ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2024, 11:25

Гран-при - Федоровкаларҙа

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы ауылдар бүләкләнде. 

Гран-при - ФедоровкаларҙаГран-при - Федоровкаларҙа
Гран-при - Федоровкаларҙа

Районда “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды. Район мәҙәниәт йортонда үткән тантанала конкурстың муниципаль этабында ҡатнашыусы   ауылдар бүләкләнде. Быйыл  төп приз - Гран-При-ға Федоровка ауылы лайыҡ булды. Уларға 100 мең һумлыҡ суммаға сертификат тапшырылды. Федоровка ауылы биләмәһе башлығы Наталья Лебедева белдереүенсә, федоровкалар был аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙамдан йүнәлтәсәк.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды – Аҡъюл ауылы (80 мең һум), 2-сене – Яңы Ергән (60 мең һум), 3-сө урынды – Ивановка һәм Атингән (50-шәр мең һум) алды. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, сәләмәт тормошто пропагандалауҙа әүҙем ҡатнашыусы тип танылған  Хворостянка, Сиҙәм, Әлибай ауылдары 10 мең һумлыҡ сертификат менән билдәләнде.

Федоровка ауылы халҡына “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас