9 декабрҙә Иләс ауылы мәҙәниәт йортонда Төркмәнстандан тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан, һүҙ ҡәҙерен, уның бәҫен белеүсе, шиғриәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ һәүәҫкәр яҙыусы Рәзилә Досимова менән ижади осрашыу үтте.
Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад кешеһенең беҙгә ҡунаҡҡа килеүе оло ҡыуаныс.
Донъялағы һәр бер йылғаның инеше, баш алған шишмәһе булғандай, әҙәм балаһының да тыуған төйәге, көн яҡтыһына тәүләп күҙе асылған кескәй Ватаны һәм үҙенең әсә теле бар . Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһына тиң баһа юҡ. Һүҙҙең атаһы аҡыл икән, әсәһе – тел, тип яҙған Ғайса Хөсәйенов . Осрашыуҙың темаһы башҡорт теленә арналып «Тыуған илем , туған телем!”» тип аталды. .
Сараға уның туғандары, һабаҡташтары, дуҫтары ,ауылдаштары йыйылды. Ижади осрашыу Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Тыуған ерем, һөйгән йәрем!" исемле шиғыры менән башланып китте, сөнки һәр кемдең дә йөрәгендә мәңге йөрөткән ғәзиз иле, тәүге тәпәй баҫҡан йәнтөйәге бар.
Кисәнең беренсе өлөшөндә яҙыусы Рәзилә Ғәле ҡыҙы үҙенең ижады тураһында һөйләп үтте . Сара барышында талантлы һәүәҫкәр ҡәләм тибрәтеүселәр тыуып үҫкән ғәзиз ере, илһамланып һөйләп, ошо юҫыҡта яҙылған рухлы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Рәзилә Ишбулдина-Досимова һағыныу-һағыштарын шиғри юлдарға һалып, тыуған яғына, туғандарына, ауылдаштарына һәм һабаҡташтарына юллай Ысынлап та, иҫ киткес тәбиғәтле Иләс ауылында уның күңелендә тәүге шиғырҙары тыуған, уның һыуҙары, тау-урмандары, нәфис сәскәле яландарына һоҡланыу ҡыҙҙа шиғри осҡондо дөрләтеп, илһамын үҫтергән. Ошо ауылдың урам-тыҡрыҡтарынан, һуҡмаҡтарынан оло юлға сыҡҡан. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, бөгөнгө бейеклеккә килеп еткән. “ 48 йылға яҡын сит тарафтарҙа йәшәп, үҙ телемде онотмау- үҙе бер илһөйәрлек”- тип иҫәпләйем ти Рәзилә Досимова. "Тыуған илем, туған телем " шиғырын Вилә Шәйхетдин ҡыҙы уҡып ишеттерҙе.
Һәр ижад кешеһе – үҙе бер ҡабатланмаҫ донья. Улар болондағы сәскәләр кеүек: төрлө-төрлө һәм һәр береһе дөйөм хозурлыҡҡа үҙ биҙәген өҫтәй. Берәүһен генә өҙ, матурлыҡ һүрелә төшә, гүзәллек кәмей. Шуға ла шиғриәт һәм моң тигән донья күптәребеҙҙең күңелен арбауы тәбиғи. Ә инде ижад кешеләренең үҙҙәре менән һөйләшеү, айырыуса ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс
Районыбыҙҙың һәр ауылында ла һүҙ ҡәҙерен белгән, илһамлы ижад даръяһында йөҙгән, күңел түрендәге хис-тойғоларҙы аҡ ҡағыҙ биттәренә төшөргән ҡәләм тирбәтеүселәр бихисап. Хозур тәбиғәтле Иләс ауылы ла данлыҡлы шәхестәре, үҙенсәлекле һәүәҫкәр яҙыусылары менән ғорурлана ала.Китапханасы һәүәҫкәр яҙыусылар Рәзилә Досимова, Зилиә Ҡужәбәкова , Әлфиә Крымгужина, Зәкиә Кунакасова һәм Алсу Каипова менән таныштырып үтте .Һәр кем бай йөкмәткеле ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр яҙыусылырҙың“Шиғриәтем -күңел сафлығым”китап күргәҙмәһе , Рәзилә Ғәле ҡыҙының ҡартатаһының үҙе төшөргән “Һунарсы”һүрәте, әсәһенең үҙе теккән күлдәге, Мырҙагилде олатай тураһында папка, күргәҙмәһен ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Был сарала Рәзилә апайҙың класташтары Вәғиҙә Әхтәмова, Гөлсөм Шәрипова, Хисаметдин Аскаров осрашыуы айырыуса тулҡынландырғыс булды. Ул “Һабаҡташтарыма” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Класташы Вәғиҙә Сәлихйән ҡыҙы үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡыны һәм таҡмаҡтарын йырлап ишеттерҙе.
Оҙаҡ йылдар бергә Төркмәнестанда йәшәгән дуҫтары Нәзирә Сәгитйән ҡыҙы Биксимбетова , Фәүзиә Насырьян ҡыҙы Шәрипова йәшлек йылдары тураһында хәтирәләр менән бүлештеләр.
Кисәнең икенсе өлөшө « Аҫылташ» ижади ойошмаһының һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәре килгән инеләр. артабан кисәгә килгән һәр яҙыусы үҙенең ижад емештәре менән уртаҡлаштылар. Сарала Өфөнән Роза Ғәббәсова, Аҡъярҙан Зилиә Ҡужәбәкова һәм Алсу Каипова , Федеровканан Миңһылыу Әминева һәм Яңы Ергән ауылдарынан Вәғиҙә Әхтәмоваларҙың ижади күстәнәстәренән ауыҙ итеү оло кинәнес булды. Уларҙың йөрәк түренән сыҡҡан, тирә-яҡтың матурлығын, тереклектең тын алышын тойған, камиллыҡҡа ынтылған әҫәрҙәре күңелгә ҡанат ҡуйҙы.
Артыҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙар менән мауыҡмай һаҡ биҙәктәр аша тыуған яғына, уның тәбиғәтенә, аҡ ҡайындарына, мул һыулы йылғаларына, алтынланып ятҡан иген баҫыуҙарына, сал ҡылғанлы далалар киңлегенә арналған шиғыр-хикәйәләре менән уҡыусы күңелен арбап ала белә беҙҙең һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ. «Тирә-яҡ тотош шиғыр булғанда нисек яҙмай түҙмәк кәрәк? Күңелендә шиғриәткә һөйөү йөрөткән һәр кем илһам сығанағына юлды тап ошонан - тыуған тупһанан башларға тейештер ҙә!» - тип, тыуған еренә булған бөтмәҫ һөйөү, ғорурланыу хистәрен белдерҙе улар. Ысынлап та, һәр-береһенең ижад ынйыларын тыңлап, районыбыҙ ауылдарына күңелдәребеҙ менән сәйәхәт ҡылдыҡ, тыуған еребеҙҙең ни тиклем күркәм, йәмле икәненә тағын бер тапҡыр инандыҡ Лира Хәлит ҡыҙы иһә уларҙың һәр береһенең ижадына бәйле үҙ фекерен әйтте, кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе. «Хис-тойғолорығыҙ тулы һәм теүәл, тасуири ҙа, дала кеүек иркен дә. Уңышлы әҫәрҙәр ҙә күҙгә салынды. Һеҙ һүҙ сәнғәтенең ҡәҙерен, тәмен тояһығыҙ. Әҙәбиәткә яҡын торған кешенең күңеле таҙа, саф була. Һеҙгә артабан да ижад сәме, яңы идеялар, күңел көрлөгө теләйем», тине Аҫылташ ижади берекмә етәксеһе Лира Хәлит ҡыҙы Такалова .
Һәүәҫкәр яҙыусы Рәзилә Досимованың бер туған һеңлеһе Рәйлә Ғәле ҡыҙы Шәрипова кисәне ойоштороусы Нәжиә Имамбай ҡыҙына , ауылдаштарға һәм ҡатын- ҡыҙҙар советына ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Ижади осрашыу бик ялҡынлы үтте, барыһының да күңелендә йылы тәҫьораттар ҡалдырҙы. Ошондай илһамлы мәлдәр йышыраҡ үткәрелһен, рухиәтебеҙҙе байытһын, ә инде һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре үҙ уҡыусыларын табып, ғүмер һуҡмағында дәрт өҫтәһен.