ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2024, 10:29

«Айырыуса бында яҡташлыҡ хисе көсәйә», – ти Суворов миҙалы кавалеры

Урыҫбай ауылынан яугир яралы Аҡъяр егетен яу яланынан алып сыҡҡан

«Айырыуса бында яҡташлыҡ хисе көсәйә», – ти Суворов миҙалы кавалеры«Айырыуса бында яҡташлыҡ хисе көсәйә», – ти Суворов миҙалы кавалеры
«Айырыуса бында яҡташлыҡ хисе көсәйә», – ти Суворов миҙалы кавалеры

Егеттәрҙең ныҡлығы илгә ауыр саҡта һынала. Тап ошо мәлдә улар йәнтөйәктәренең ҡалҡанына әүерелә. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы, махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итеүсе «Узала» позывнойлы яҡташыбыҙ тураһында ла ошо  һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин. Урыҫбай ауылында тыуып-үҫкән егеткә тормош юлында әллә күпме һынауҙар осраһа ла ул улар аша лайыҡлы үтергә тырыша. Әрмегә саҡырылғас, Ставрополь крайында Минеральные Воды ҡалаһында Махсус тәғәйенешле ғәскәрҙәр сафында БТР наводчигы булып, хәрби бурысын намыҫлы үтәй.

Тыуған яғына ҡайтҡас, башлыса төҙөлөш тармағында эшләй. Аҙаҡ Ғәлиәхмәт-Аҡъяр-Өфө маршрутында шәхси машинаһында пассажирҙар ташый. Кәләше менән ғаилә ҡороп, бер ул тәрбиәләйҙәр. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Тыуған илебеҙгә хәүеф янап, Украинала махсус хәрби операция иғлан ителә. Әммә был күп кенә ир-егеттәрҙе бөтөнләй ҡурҡытмай. Мәҡәлә геройыбыҙ ҙа үҙ теләге менән Ватаны һағына баҫырға ҡарар итә.

«Йөрәк ҡушыуы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерҙем. Башта яҡындарым, айырыуса кәләшем быға ҡаршы сыҡты, әммә аҙаҡ барыһы ла күнекте һәм ҡарарымды аңлап ҡабул итте. Әлбиттә, контракт төҙөү ҡарарын һәр кем үҙ аллы хәл итергә тейеш, бында айырыуса сәләмәтлек торошоноң яҡшы булыуы мөһимлеген аңланым. Учебка үткәндән һуң, алғы һыҙыҡта пулемётсы булараҡ хәрби заданиелар үтәй башланым. Шуныһы ҡыуаныслы, подразделениела минең менән бергә «Хан» позывнойлы Аҡъяр ауылы егете хеҙмәт итә», – ти яугир.

Тыуған төйәген һәр ваҡыт күңелендә йөрөткән егет үҙенә тыуып-үҫкән ер-һыуының – Узала йылғаһының атамаһын позывной итеп һайлап ала. Үкенескә күрә, уға яраланыу ғазаптарын да татырға тура килә. Быйыл ғинуар башында Запорожьела ҡаты алыштарҙың береһендә тәүге тапҡыр йәрәхәтләнә – уның яурыны “полька”нан йәғни Польша миномёты һөжүме барышында яралана.

«Февралдә яҡташым «Хан» да ҡаты йәрәхәттәр алды. Мин уны эҙләп тапҡас,  дүртәүләп носилка менән күтәреп,  5 саҡрым арауыҡта эвакуацияланыҡ һәм госпиталгә оҙаттыҡ. Март аҙағында үҙем икенсегә яраландым. Дрон ташлаған снаряд шартлауы һөҙөмтәһендә ике аяғым да ҡаты йәрәхәтләнде. Хәрби иптәштәремә рәхмәтлемен – улар юғалып ҡалманы, минең ҡоралды һәм бронжилетты сисеп, дошмандар килгәнгә тиклем йәһәт кенә яу урынынан алып сыҡтылар. Артабан оҙаҡ госпиталдә дауаландым, бер ай самаһы коляска менән йөрөнөм. Миңә өс операция яһанылар. Бер аяғыма 26 снаряд ярсығы эләккән, ә икенсеһенән табиптар 9 ярсыҡты сығарҙы һәм һөйәктәр һынған ике урынға титан пластиналар ҡуйҙы. Хәҙер Аҡъяр ауылы егете «Хан» менән йәнә бергә алғы һыҙыҡта хеҙмәт итәбеҙ», – тип һөйләне ҡыйыу яҡташыбыҙ.

Утлы юлдарҙың романтик кино, йәиһә уйын эш түгеллеген үҙ иңдәрендә татыған яугир гуманитар ярҙам ебәргән, ныҡлы тыл булған райондаштарына оло рәхмәтен белдерҙе.

«Тыуған яҡтан килгән ниндәй ҙә булһа сәләм-хәбәрҙәр, хатта бәләкәй генә күстәнәстәр ҙә – иң ҡәҙерлеһе. Улар кәйефебеҙҙе күтәрә, көс-дәрт бирә. Махсус хәрби операциялағы егеттәр менән үҙ-ара ихтирам менән аралашабыҙ, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып хеҙмәт итәбеҙ. Аллаһы Тәғәләгә инаныу, ауырлыҡтарға бирешмәү, паникаға бирелмәү, ихтыяр көсөңдөң ныҡ булыуы ла ярҙам итә», – ти «Узала».

Рәсәй Федерацияһы Президенты указына ярашлы, Урыҫбай ауылы егете хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Суворов миҙалы менән наградланды. Ҡаһарман яҡташыбыҙ кеүек илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙарға тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын. Иң мөһиме, уларҙы бәлә-ҡаза, дошман уты урап үтһен!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас