ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2024, 12:08

Яҡташыбыҙ «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

«Авдеевка фронтында көн дә тыныс түгел ине... Хәрби заданиеларҙың береһендә мин йөрөткән «УАЗ» машинаһына камикадзе дроны һөжүм итеп, ҡыйығына бәрелгәс, көслө шартлау булды...

Яҡташыбыҙ «Батырлыҡ өсөн» миҙалы  менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ «Батырлыҡ өсөн» миҙалы  менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Эргәлә ултырған иптәшем шунда уҡ йән бирҙе... Ә үҙемдең ярты сикәм, ҡулым, аяғым йәрәхәтләнде. Машинаның двигателен тоҡандыра алманым, рация аша үҙебеҙҙекеләргә хәбәр итәм тиһәм – элемтә юҡ. Авдеевка ҡалаһы йүнәлешендә көс-хәл менән аҫҡай-аҫҡай 500 метр самаһы атлағас ҡына, элемтә килеп сыҡты һәм миңә ярҙамға эвакуация төркөмөн ебәрәбеҙ тип хәбәр иттеләр. Шул ваҡытта был “камикадзе”лар һөжүм итеү зонаһынан үҙ аллы сығыу яйын ҡарарға кәрәк, юҡһа ярҙамға юлланған егеттәр дошман уты аҫтында һәләк булыуы ихтимал тип, кире «Буханка»ма килдем. Машинаның ҡыйығы юҡ ине, ләкин двигателе зыян күрмәгәс, тағы бер нисә тапҡыр тоҡандырып ҡараным һәм мөғжизә менән двигатель эшләп китте. Ҡулым ауыртҡас, йөрөтөүе ауырға тура килде. Ярты саҡрым тирәһе юл үткәс, ҡаршыма эвакуация төркөмө осраны һәм уларға фаралар менән сигнал биреп, бергәләп базабыҙға юлландыҡ. Шунан мине госпиталгә оҙаттылар», – тип һөйләне «Бөркөт» позывнойлы хәрби.

Йылайыр районы Яңы Яҡупта тыуып, Әбүбәкер ауылында үҫкән яҡташыбыҙға ошондай ауыр һынауҙарҙы үҙ иңендә кисерергә тура килгән. Күп кенә иптәштәренең фронтҡа китеүҙәрен күҙәтеп, ул да Ватанға ярҙам итергә кәрәклеген аңлай һәм уҙған йылдың авгусында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә.

«Ханты-Манси автономиялы округы Сорғот ҡалаһының 1-се ГРЭС-ында газ турбиналары ҡорамалдары слесары булып эшләгәнгә күрә миңә мобилизациянан бронь бирҙеләр. Әммә ир-егеттәр, дуҫтарым һуғышта йөрөгәндә ситтә ҡала алманым һәм брондән баш тартып, контракт төҙөнөм. Артабан Алтай крайы Алейск ҡалаһындағы частә хәрби әҙерлек үттек. Хәҙер инде бер йылдан өс айҙан ашыу МХО-ла хеҙмәт итәм, шунан алып яҡындарымды күрергә ҡайтҡаным юҡ ине. Алла бирһә, хәрби задание тамамланғандан һуң, яңы йыл алдынан отпускаға ҡайтырмын тип ышанам», – ти яҡташыбыҙ.

Әрме бурысын 1999–2001 йылдарҙа Хабаровск крайында Радиацион, химик һәм биологик һаҡ ғәскәрҙәре сафында ике йыл дауамында лайыҡлы үтәй һәм тап шунда ул һынауҙарға әҙер ысын ир-егет булараҡ сыныға. Отделение командиры, сержант званиеһына тиклем үрләп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Әбүбәкер ауылы ҡыҙы Диләфрүз Фәтих ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, баһадирҙай өс ул – Сынтимер, Сыңғыҙ һәм Рахманды тәрбиәләйҙәр. Ҡатыны  балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Госпиталдә дауаланғандан һуң, сержант йәнә алғы һыҙыҡта батальондың медицина взводында эвакуация төркөмө отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә башлай.

«Беҙҙең төп бурысыбыҙ – яралыларҙы яу ҡырынан алып сығыу. «УАЗ-СГР» машинаһын (халыҡ телендә «Буханка»ны) йөрөтәм. Октябрь аҙағында ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итеп, береһе эргәбеҙгә генә снаряд ташлап, мин һәм тағы бер егет контузия алдыҡ. Ҡабат һөжүменән һаҡланыу өсөн «200»-леләр янына барып яттыҡ, әммә дрон йәнә снаряд ырғытты һәм һикереп торғас, беҙҙе эҙәрлекләй башланы. Беҙ урман һыҙатына ҡарай 200 метр самаһы йүгереп, шулай хәрби заданиенан иҫән-аман сыҡтыҡ», – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты «Бөркөт».

Яугир әйтеүенсә, ул хеҙмәт иткән батальонда ҡорал, кейем, аҙыҡ-түлек менән проблемалар юҡ. «Батальонда Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары, Өфө яғынан егеттәр хеҙмәт итә. Хәрби иптәштәр менән бер-беребеҙгә терәк-таянысбыҙ, берҙәмбеҙ. Беҙгә башлыса ХМАО-нан гуманитар ярҙам килә, райондан шәхсән ике тапҡыр ебәргәндәр ине, әммә мин хәрби заданиела булып, әлегә посылкаларҙы ала алманым. Тылдағыларға ярҙамдары өсөн барлыҡ яуҙаштарым исеменән рәхмәт белдерәм», – тине әңгәмәсем.

Тыуған иленең һағына баҫырға теләп, контракт төҙөргә ниәтләүселәргә лә үҙ кәңәштәрен еткерҙе ул. «Хәрби булырға теләүселәр һәр яҡтан һау-сәләмәт булырға тейеш. Сөнки бында физик көсөргәнеш күп төшә һәм һәр бер кеше уны кисерә алмай. Хатта үҙе менән автомат тотоп, бронжилет, каска кейеп  йөрөү генә лә күптәргә еңел бирелмәй. Шуға бер нисә ай физик күнекмәләр яһап, үҙаллы әҙерлек үтеү ҙә ҡамасауламай. Үҙеңде рухи яҡтан әҙерләү ҙә бик мөһим», – тигән фекерҙә яугир.

Ҡыйыу уҙаман махсус хәрби операцияла һынатмаған. Яҡташыбыҙҙың күкрәген «Батырлыҡ өсөн» менән «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы»  миҙалдары биҙәй.

 Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙарға еңеү менән ҡайтырға, шул иҫәптә батыр йөрәкле, патриотик рухлы «Бөркөт»кә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас