ЙӘМҒИӘТ
8 Декабря 2024, 14:01

“Башҡорт сәйен” алғы һыҙыҡта яҡшы беләләр

Аҡъярҙың Аҡморон биҫтәһе ирекмәндәре яугирҙарға витаминлы сәй әҙерләйҙәр

“Башҡорт сәйен” алғы һыҙыҡта яҡшы беләләр“Башҡорт сәйен” алғы һыҙыҡта яҡшы беләләр
“Башҡорт сәйен” алғы һыҙыҡта яҡшы беләләр

“Башҡорт сәйен” алғы һыҙыҡта яҡшы беләләр

Аҡъярҙың Аҡморон биҫтәһе ирекмәндәре яугирҙарға витаминлы сәй әҙерләйҙәр

...Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Хәйбулла егеттәре райондан гуманитар ылау менән килгән ете төрлө үләндән торған шифалы сәй-күстәнәсте эсеп, тыуған яҡтарына ҡайтҡандай,  әңгәмә ҡорғанда, блиндажға командир килеп инә. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта ла башҡорт ҡунаҡсыллығын онотмай,  командирҙы  тәмле сәй менән һыйлайҙар. Ул иһә шифалы  эсемлекте тәмләп, бына ул исмаһам ысын башҡорт сәйе тип маҡтай. Шулай итеп, ирекмәндәр әҙерләгән  эсемлек “Башҡорт сәйе” тигән исем ала.

Ысынлап та, Аҡъяр ауылының Аҡморон биҫтәһе ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән шифалы үләндәрҙән торған сәй яугирҙар араһында күптән популярлыҡ яулаған. Ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡандары ла уны хәрби иптәштәренә күстәнәс итеп алырға ярата. “Бигерәк тә ҡышҡы һыуыҡтарҙа Хәйбулла сәйе  тәнде генә түгел,  яҡташтарҙың сәләме булып, йәнде лә йылыта”,--тиҙәр улар.

“Башҡорт сәйе”н әҙерләгән “Берҙәмлектә көс” ирекмәндәре менән осрашырға күптән  ниәтләгән инем. Ошо матур шәфҡәтлелек сараһын башлап ойошторған Лилиә Алсынова менән һөйләшеп, Аҡъяр ауылының “Пицца+” кафеһына ашыҡтым. Баҡтиһәң, эшҡыуар Регина Хисаметдинова ирекмәндәргә кафеһында эшләргә  урын  һәм  хатта йәшелсә-емештәрҙе киптергес аппаратын ҡуйырға ла рөхсәт биргән. Беҙ барғанда, бер төркөм  Аҡморон биҫтәһе ҡатын-ҡыҙҙары сәй эшләү менән мәшғүл ине.   

Тәмле үлән еҫтәре аңҡыған кафела бер төркөм ҡатын-ҡыҙ йыйылып, кемеһелер, үләндәрҙе ваҡлай, икенселәре әҙер сәй пакеттарына тултыра ине.  Фатима Кәримова, Гөлсәсәк Ҡыуатова, Фәниә Әбүбәкерова, Фәриғә Мөхәмәтйәнова, Лилиә Алсыновалар башҡарған эштәре тураһында  һөйләнеләр.

--Шәфҡәтлелек фонды “Берҙәмлектә көс” ирекмәндәре яугирҙарға шифалы сәйҙәр эшләү тәҡдимен еткергәйне,  беҙҙең Аҡморон ҡатын-ҡыҙҙары был иниицативаны һә тигәнсе күтәреп алды. Быйыл йыл башында  хәрбиҙәр  тыуған яҡ йылыһын тойһон, һыуыҡтарҙа йылынһын, һаулыҡтары нығынһын, көс-дәрт алһын тигән маҡсатта төрлө үләндәр ҡушып, сәйҙәр эшләй башланыҡ. Унда мәтрүшкә, ҡарағат япрағы, гөлйемеш, бөтнөк, малина, һары мәтрүшкә, йүкә япраҡтарын һәм сығышлыраҡ булһын тип бер аҙ  грануллированный сәй ҡушабыҙ. Үләндәр  туплауҙа барлыҡ район халҡы  ярҙам итә тип әйтһәм дә яҙыҡ булмаҫ. Сәйҙе, киптерелгән сухариктарҙы тултырыуҙы тәүҙә үҙемдең өйөмдә эшләнек. Артабан “Пицца+” кафеһы хужабикәһе урын тәҡдим итте. Ошонда күмәкләп йыйылып эшләйбеҙ. Бер ултырғанда 500-ләп сәй эшләнә.  Бынан тыш, беҙ емеш-еләкте киптереп, тәмле  микс әҙерләйбеҙ. Киптерелгән апельсин, алма, лимон һәм бананды махсус пакетикка кәнфиттәр менән бергә тултырабыҙ. Сәй эсергә бик туҡлыҡлы аҙыҡ килеп сыға.  Тағыла ҡорот киптерәбеҙ.  Әле Яңы йыл күстәнәсе итеп, ҙур партия  әйбер әҙерләйбеҙ,--тип һөйләне беҙгә Лилиә Алсынова.

Шәфҡәтлелек фонды “Берҙәмлектә көс” ирекмәндәре алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙән  ҡыуаныслы рәхмәт сәләмдәрен йыш алалар икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  махсус хәрби операция һулышы һәр ғаиләгә тиерлек ҡағылған. Ирекмәндәрҙе әйҙәп, ойоштороп йөрөүсе Лилия Алсынова үҙе лә яугир әсәһе,  Фәниә Әбүбәкерова, Гөлсәсәк Ҡыуатованың улдары ҡаты  яраланып, реабилитация үтә,  Фәриғә Мөхәмәтйәнованың кейәүе,  башҡаларының яҡын туғандары ҡулына ҡорал тотоп,  бөгөн ил именлеген һаҡлай.

Аҡморон биҫтәһе  ирекмәндәренең  ҡайһы бер эшләгән әйберҙәре ҡыҙыҡһындырҙы мине.  Мәҫәлән, тегелгән һалдат косынкаһын хәрби кеше яраланһа, жгут урынына ҡуллана йәки  йәрәхәтле ҡулын бәйләп ала икән, кәрәк ваҡытта маска итергә лә була.

--Аҡморонда йәшәүселәр өсөн  чат төҙөп, шунда аралашабыҙ. Ярҙам кәрәк йәки шуны эшләйек тип яҙыуыбыҙ була, һә тигәнсе күтәреп алалар. Яугирҙарҙан заявка бар ине, күмәкләп аҡса йыйып, 3 рация һәм  яҙ айҙарында 10 пар яңы резина итектәр һатып алдыҡ, рулонлап изолон алып, гуманитар ылау менән оҙаттыҡ. Бынан тыш, һәр кемебеҙ шәфҡәтлелек фонды “Берҙәмлектә көс” ирекмәндәр төркөмөнә даими рәүештә ҡулдан килгән тиклем финанс яҡтан ярҙамлашабыҙ. Йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнашып, унан килгән аҡса ла яугирҙарға тәғәйенләнә, кәрәк әйберҙәр алып оҙатыла. Аҡморондар хәрәкәте ҡатын-ҡыҙҙары бәйләгән ойоҡбаш, бирсәткәләрҙең иҫәбе-һаны юҡтыр. “Аҡморон” магазинында “Изгелек кәрзине” лә буш тормай, һәр кем өлөш индерә. Һалдаттарға эске кейемдәр, футболкалар тегәбеҙ. Әйткәндәй, арабыҙҙа профессиональ тегенселәр бар, уларҙың дронға ҡаршы одеялдар тегергә теләктәре ҙур, тик материалдар ғына кәрәк. Был юҫыҡта спонсорҙар эҙләйбеҙ,--тип һөйләне беҙгә  ирекмәндәр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  тура бәйләнеш ваҡытында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  төрлө яҡлы ярҙам булырға тейеш һәм беҙ бында ныҡлы берләштек. СВО-ла ҡатнашыусы—йәмғиәттә иң мөһиме, тине. Был ысынлап та шулай, хәйбулла ирекмәндәре яугирҙарға төрлө яҡлы ярҙам күрһәтә.

Лилиә Алсынова, ирекмән, Аҡъяр ауылы:

--“Башҡорт сәйен” әҙерләүгә  Аҡъяр ауылының ағинәйҙәре лә бик теләп ярҙамға килә. Улар киптерелгән емеш-еләк,  тәмле сәйҙәрен,  шифалы үләндәрен үҙҙәре менән алып киләләр. “Күмәкләгән яу ҡайтарған”, тигәндәй, 500 дана үлән сәйҙәре тултырҙыҡ. Тиҙҙән улар яу ҡырындағы егеттәргә ебәреләсәк. Яугирҙар был сәйҙәрҙе эсеп, тыуған яҡтарҙы иҫләп, көс-дәрт алып, имен һау йөрөп, еңеү менән ҡайтһындар. Был изге эшкә һәр кем ҡушыла ала. Ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙе көтөп  ҡалабыҙ.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас