Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь , 14:53

Яугирҙарға ярҙам

Иләс ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бетеү тегеү, витамин-үлән сәйен төрөү өсөн ауыл китапханаһына йыйылды.

Яугирҙарға ярҙам
Яугирҙарға ярҙам

Иләс ауылының  “Беҙ бергә -ҙур көс ” ауыл клубы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бетеү тегеү, витамин-үлән сәйен төрөү өсөн ауыл китапханаһына йыйылды. Донъялар тыныс булыуын, ир- егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй-теләй эшләнек. Әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ яугирҙәргә барып етһен, ауыр минуттарҙа уларға ярҙам итһен, ризыҡтарына яҙһын. Көслө изге доға һаҡлап,яҡлап,аңлы итеп,ҡурсалап,тыуған ергә имен -һау алып ҡайтһын,илгә төшкән ауырлыҡты иңендә күтәреүсе ир-егеттәребеҙҙе! Бәләкәй генә булһа ла Еңеүгә өлөшөбөҙ инһен ине, һағынғанда йәнегеҙгә йылы биреп, Еңеүгә көс-ҡеүәт өҫтәһен! Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтығыҙ, беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Бөтәбеҙгә лә берҙәм булырға, Ватанды һөйөргә, яҡларға, ә яугирҙәрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Берҙәм булайыҡ!

 

Илячевская Сельская-Библиотека

Автор:
Читайте нас: