Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь , 15:33

Барыһы ла еңеү өсөн!

Өфө ауылынан Рәсимә Науменконың ҡулында теген машинкаһы йырлап тора, ә күңелендә--яугирҙар именлегенә изге теләктәр.  

Барыһы ла еңеү өсөн!
Барыһы ла еңеү өсөн!

--Мин былтыр ирекмәндәр сафына баҫтым.  Өфө ауылында үҙебеҙҙең  “Көмөш волонтерҙар” төркөмөн булдырҙыҡ. Көмөш, сөнки бында барыһы ла өлкән йәштәгеләр тиерлек. Арабыҙҙа иң олоһо 80 йәшлек  Нурия Томаншина. Иң йәше Гөлназ Ғабдрахманова  дауаханала эшләй. Надежда Роднова, Мәрйәм Хәсәнова, Зифа Юланова, Гөлдәр Кәримова,  Лилиә Солтанғужина, Нина Анохина, Светлана Усатая,  Гөлсирә Ғөбәйҙуллина, Зилә Кинйәбаевалар барыһы ла хаҡлы ялда. Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамға килә. Улар Дилә Хәсәнова, Зифа Ғабрахманова, Рәсилә Рыҫҡолова (уның бер туған ағаһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша), Юлиә Илсебаева.

Волонтерлыҡ эшен башлағанда  Өфө ауыл биләмәһе депутаты булараҡ,  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйырға тәҡдим иттем.  Һөҙөмтәлә ауылдаштар менән 70 мең аҡса йыйып,  Өфө ауыл биләмәһе башлығы Даян Кәримов менән берлектә кәрәкле әйберҙәр һатып алдыҡ. Артабан  ауыл ирекмәндәре менән бергәләп Аҡъяр ауылында  окоп шәмдәрен эшләргә өйрәнеп ҡайттыҡ. Әлеге ваҡытта  окоп шәмдәре, ҡоро душ эшләйбеҙ, һалма йәйәбеҙ, маскировкалау селтәрҙәре һәм  халаттары әҙерләнек, дронға ҡаршы одеялдар тектек. Һаҡлағыс  одеялдар тегеүгә килгәндә,  бик ҡатмарлы һәм яуаплы эш. Шулай ҙа тырышабыҙ. Бынан тыш,  ауыл фермеры Марат Булатов  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн мал һуйып, унан  тушенкалар эшләнек. Быҡтырылған ит яугирҙарға бик оҡшаны, бик тәмле тип яҙҙылар. Ғөмүмән, алғы һыҙыҡтағы  яҡташтарыбыҙҙан  һәр саҡ рәхмәт  сәләмдәре килеп тора.

“Көмөш волонтерҙар” төркөмө өсөн  Өфө ауылы медицина пунктынан бүлмә бирҙеләр. Барлыҡ эштәрҙе ошонда эшләйбеҙ. Төркөмдәге  пенсионерҙар бик әүҙем. Нимә эшләһәләр ҙә ҡулдарынан килә,  волонтерлыҡ эшенә эшкә йөрөгән һымаҡ йөрөйҙәр. Элекке уҡытыусы, хәҙер хаҡлы ялдағы Рәжәп Ғилметдин улы һәм Рәсүл Ғилметдин улы һәр яҡлап ярҙам итә. Тағы ла “Тыуған тыл.Хәйбулла” ирекмәндәре етәкселәре Юлиә Ғәлиева һәм Филүзә Ишемғоловаға рәхмәтлебеҙ

  Хәрби хәрәкәттәр зонаһында  булыусыларға ярҙам итеү беҙҙең  бурысыбыҙ тип һынайбыҙ.  Беҙҙең,  ағинәйҙәрҙең теләге бер--егеттәр һау ҡайтһын, илдәр тынысланһын,--ти Рәсимә Науменко.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: