Ҡыштың матур бер көнөндә, бар тәбиғәт йоҡоға талған мәлдә хөрмәтле ауылдашыбыҙ Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙы Сәйфуллина үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрҙе, ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Тормошоғоҙ сағыу буяуҙарҙан, бәхетле мәлдәрҙән, шатлыҡ- ҡыуаныстан торһон. Һаулыҡ һәм ғүмер байлығы насип итһен. Йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан күркәм, матур ауылдарҙың береһе Вәзәм ауылында уның бала сағы, йәшлек йылдары үтә. Әбеш урта мәктәбенең 10 - сы класында уҡып йөрөгәндә егеттәр менән бер рәттән уҡып тракторист- механизатор һөнәрен үҙләштерә. Артабан ситтән тороп Мәскәү эргәһендәге Рыбинск ҡалаһы Михайловка һөнәри училищеһында ҡортсолоҡ буйынса диплом ала.
1987-1991 йылдарҙа Йылайыр совхоз техникумында уҡып, зоотехник- ветеран һөнәрен ала. Вәзәм ауылында фермала иҫәпсе, һауынсы булып эш башлай. Тормошҡа сыҡҡас, колхозда кеше етешмәгәнлектән тормош иптәше менән бергә прицепчик- механизатор, пилорамда ағас ташый, силос янында силос тапата. Һөнәре белеме булғас бар ергә лә эшкә саҡырып ҡушалар. Йыр- моңға һәләте булған Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙы Вәзәм ауыл клубында 5 йыл мәҙәни ойоштороусы булып эшләй. 1994 йылдың апрель айында яҙмыш ҡушыуы буйынса Һаҡмар- Наҙарғол ауылында йәшәүсе Рәис ағай менән яҙмыштарын бәйләй.
Ауылға килен булып төшкәс көҙ айында «Һаҡмар» колхозында 3 йыл иҫәпсе булып, артабан 1998 йылдан алып 2009 йылға тиклем ауыл клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләй. 48 йәшендә Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу училищеһына уҡырға инеп, 3 йыл белем алып, мәҙәни ойоштороусы һөнәрен үҙләштерә. Ул эшләгән йылдарҙа ауыл клубында матур саралар, бик күп байрамдар үтә.
Бар ергә лә өлгөр, тырыш, уңған Рәшиҙә еңгәй әлеге көнгәсә ауылда үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәр етәксеһе, ветерандар советы рәйесе, фольклор һәм вокал түңәрәктәренең әүҙем ҡатнашыусыһы.
Ғаиләһендә һөйкөмлө ҡатын, ҡәҙерле әсәй, апай, ейән- ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй ул. Ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләһе булып Рәис ағай менән гөрләтеп донъя көтәләр.Бик күп йылдар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр.Ишек алды тултырып ҡош- ҡорт үрсетәләр, мал- тыуар аҫрайҙар, баҡса тултырып емеш- еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Ишек алдарына инеү менән төрлө матур- матур сәскәләр, гөлдәр күҙҙең яуын ала. Уңған, күңелле йомшаҡ хужабикәнең ҡулдарынан ғына ундай матур сәскәләр үҫә. Һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәрен биреп, әйҙүкләп минең эшемдә лә иң ҙур ярҙамсым ул.
Донъянан йәм табып, булғанына шөкөр итеп, тормоштоң әсе елдәренә бирешмәй һәүетемсә генә ғүмер итә улар.Артабанда хоҙай һеҙҙе ошо бәхеттән айырмаһын.