Нәфиә Кәипова, Мәмбәт ауылы:
--Махсус хәрби операция барғанда, егеттәребеҙ ил именлеге өсөн алғы һыҙыҡҡа баҫҡанда, минеңсә, ситтә ҡалыу мөмкин түгел. Тәүҙә яугирҙарға нимә менән ярҙам итә алам, тип уйландым һәм эште йылы ойоҡбаштар һәм ҡорал тоторға уңайлы булһын өсөн өс бармаҡлы бейәләй-бирсәткә бәйләүҙән башланым. Һөҙөмтәлә гуманитар ылауға ҡушып 30 парҙан ашыу әйбер ебәрҙем. Артабан “Тыуған тыл. Хәйбулла” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Юлиә Ғәлиева балаклавалар тегергә тәҡдим иткәс, үҙемдең профессиональ тегеүсе булыуымдан файҙаланып, ҡыҙым Резеда менән эшкә тотондоҡ. Артып ҡалған туҡымаларҙан һалдаттарға футболкалар тектек.
Ә хәҙер ҡыҙым менән бергәләп дронға ҡаршы одеялдар тегәбеҙ. Ул ҡарап тороуға ғына ябай күренә, әммә яугирҙарҙы пилотһыҙ осоу аппараттарынан ышаныслы һаҡлай. Махсус одеял күҙгә күренмәгән плащ кеүек, йәғни яугир дошман разведчиктары тепловизоры экранында күренмәй. Бынан тыш, ул хәрбиҙе һыуыҡтан да һаҡлай, ергә түшәп йоҡлай ҙа ала.
Ғөмүмән, дронға ҡаршы одеялды тегеү бик яуаплы эш, ныҡ ентекле булырға кәрәк. Уның ҙурлығы 2 метр, 6 ҡат итеп тегелә. Абайламай берәй ерҙә энә менән дә үтә тишһәң, тепловизор һалдатты күрәсәк. Уны тегергә илдең төрлө төбәктәренән ирекмәндәр ебәргән видеоларға ҡарап өйрәндем. Бергәләп кәңәшләшеп эшләнек. Әйткәндәй, был һаҡлау сараһына заявкалар күп. Бөгөнгө көндә 54 әҙер одеял эшләп, яугирҙарҙың заявкалары буйынса уларға гуманитар йөк менән оҙатылды. Ә уға материалдар менән беҙҙе “Тыуған тыл. Хәйбулла” ирекмәндәр төркөмө тәьмин итә.
Дронға ҡаршы одеялдар тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтәм. “Айыҡ ауыл” муниципаль конкурсында ҡатнашҡан Яңы Ергән ағинәйҙәре лә өйрәнеп ҡайтты. Күмәкләп эшләһәк, күпме егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡара алабыҙ. Шуныһы үкенесле, өйҙә эшең юҡтыр, тиеүселәр ҙә бар. Күптәр унда йәш кенә яугирҙарҙың ҡан ҡойоуын әле лә тәрәндән аңламай. Кемдәрҙең улдары һәм яҡындары эргәләрендә –улар тыныс ҡына йәшәүҙе дауам итә. Бергәләп тотонһаҡ, еңеүҙе яҡынайтыр, яугирҙар еңеү менән ҡайтыр ине. Мөмкинлектән файҙаланып, берҙәм булайыҡ, тигән теләгемде еткерәм. Кемдәрҙең теләге бар, барыһын да өйрәтергә әҙермен.
Һәр эшләгән әйберемә изге теләктәремде ҡушам, егеттәрҙе һаҡлаһын, имен-һау булһындар тип теләктәр теләйем. Сөнки махсус хәрби операция беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Кейәүебеҙ, Резеда ҡыҙымдың тормош иптәше, контракт буйынса хеҙмәт итә. Ауыр яраланып, госпиталдә дауаланды. Әле ул реабилитация үтә. Үҙем дә ике ул үҫтергән әсә булараҡ, был афәттең тиҙерәк туҡтауын теләйем.