Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь , 18:19

Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!

   

Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!
Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!

Башҡорт халҡында яҡшы ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Уның үҙенә күрә тәртибе һәм йолаһы бар.Ҡаҙ өмәһе- башҡорттарҙың йола байрамы. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып йолҡоу өсөн үткәрелгән өмә. Ҡаҙ өмәһе – ул матур итеп аралашыу, күңел асыу, үзеңде күрһәтеү ҙә булып тора. Ҡаҙ мамығынан мендәр, түшәк, яҫтыҡтар яһайҙар, итенән аш-һыу өсөн бик һәйбәтләп файҙаланалар.

Бөгөн Хәйбулла районы Өфө ауылында матур ҡаҙ өмәһе үтте. Уны урындағы өлгөлө, тырыш, уңған, ҡош-ҡортто йылда күпләп тотҡан ғаиләләрҙең береһе - Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы һәм Ғәлинур Ишкилде улы Ғүмәровтар ойошторҙо.Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы Өфө ауылы "Ағинәйҙәре" клубының һәм Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музей етәксеһелә. Өмәлә ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ,йорт хужаларының туғандары ҡатнашты. 30 ҡаҙҙы "һә" тигәнсә эш итеп тә ҡуйҙылар улар. Боронғо башҡорт халҡының матур йолаһын тергеҙеү, ғөрөф-ғәҙәттәрен халыҡҡа күрһәтеү, йәштәргә өйрәтеү маҡсаты менән үткәрелде был сара. Бергәләп эшләгәндә күңелле лә. Ҡаҙ түшкәләрен Таналыҡ йылғаһына алып төшөүе генә ни тора?!Таҡмаҡ әйтеп күңелле генә йырлап- бейегән милли кейемдәге апайҙар күҙ алдығыҙға килдеме? Ҡасандыр тап бөгөнгөләй үткән был йоланы хәҙер өлкән быуын кешеләре яҡшы хәтерләйҙер.

Ҡаҙ өмәһе үҙенең эсенә алған бәләкәй генә йолалары менән дә бай. Ошо йолаларҙы теүәл үтәп, эште тиҙ ыратып, теүәлләп тә ҡуйҙы уңған өмәселәр. Өмәселәргә өлөшләп ит,ҡаҙ һурпарында бешкән бишбармаҡ ашатып,ҡаҙ майында ҡойған ҡоймаҡтар,тәмлекәстәр менән самауыр ҡайнатып сәй эсереп, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалды йорт хужабикәһе Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә.

Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!
Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!
Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!
Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!
Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!
Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!
Өфө ауылында – ҡаҙ өмәһе!
Автор:Зилә Ҡоҙашева
Читайте нас: