Беҙҙең Өфө ауыл биләмәһендә күп бала тәрбиәләгән өлгөлө әсәйҙәр йылдан-йыл арта. Улар сабыйҙарын наҙ-һөйөүгә сорнап, бар йөрәк йылыһын биреп үҫтерә.
Ысынлап та, беҙ ундай ғаиләләр менән ғорурланабыҙ. Бала үҫтереү — ҙур шатлыҡ һәм оло яуаплылыҡ. Ә ир менән ҡатындың балалары күп икән — был улар иңенә ятҡан икеләтә яуаплылыҡ һәм ҙур хеҙмәт.
Күп балалы Ишкилде һәм Сания Манишевтар ғаиләһе Рафиҡ ауылында йәшәй. Улар йәшәгән урамда матур итеп төҙөлгән матур өйҙәр теҙелеп киткән. Шулар араһында Манишевтар йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Сания Әхмәҙулла ҡыҙы һөйләүенсә, ул Рафиҡ ауылына 1985 йылда килен булып төшә. Ике эшһөйәр йәш йөрәк гөрләтеп йәшәп китәләр.
Ишкилде Сабир улы ғүмер буйы тракторсы булып, ә Сания апай быҙау ҡараусы булып эшләйҙәр.
«Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгә, үҙебеҙ ҙә ишле бала тәрбиәләргә ҡарар иттек», - ти улар. Манишевтар биш балаға - дүрт малай һәм бер ҡыҙға - ғүмер биргәндәр.
Хәҙерге ваҡытта ике улдары үҙҙәренең ғаиләләрен ҡороп, үҙаллы йәшәйҙәр. Иҙел улдары матур йырлай, гармунда уйнай, төрлө сараларҙа, концерттарҙа ҡатнаша, шулай уҡ конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ильяс улдары Аҡъяр тау колледжында белем алып, Бүребай тау-байыҡтырыу ойошмаһында эшләп йөрөй. Луиза ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡып, туризм буйынса белем алып, Сочи ҡалаһында эшләп йөрөй.
Боронғолар әйтмешләй, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Тырышып йәшәһәң, барыһы ла була. Манишевтар хаҡлы ялдабыҙ тип тормайҙар: мал да көтәләр, ҡош та алып ҡарайҙар. Ауылда йәшәү ауыр тиһәләр ҙә бирешмәйҙәр, гөрләтеп йәшәйҙәр. Өй эсе лә, йорт-ҡура алды ла гөлт итеп тора! Ауыл тормошонда уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
«Мин үҙемде бәхетле әсә, тип уйлайым. 2005 йылдың декабрь айында Өфө ҡалаһында Мортаза Рәхимовтың ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы алып ҡайттым, - ти Сания Манишева,- Балаларым тырыш, тырышып йәшәйҙәр, эшләйҙәр, әсәй тип өҙөлөп торалар. Балалар өсөн һөйөнөп, улар өсөн ғорурланып йәшәүҙән дә олораҡ бәхет юҡтыр », - тип һүҙен йөпләп ҡуя бәхетле әсә.