Илде һаҡлау - һәр ир-егеттең изге бурысы.
Әрме сафына Хәйруллин Вилдан атлы егетебеҙ саҡырылды. Аҡъярҙа йәшәп, шунда уҡыһа ла, бала сағы Байғусҡар ауылында үтте уның. Ауылыбыҙҙың бөтә эштәрендә, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашты.
Ситтә уҡып, эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, өмәләр булһа, килеп етә ине. Уға ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын теләйбеҙ.
Байғусҡарым - йәнтөйәгем, һин, тип тибә йөрәгем!