Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2024, 13:35

Беренсе Мырҙа ауылынан Мәрйәм Рәимова оло юбилейын билдәләне

 90 йәшен тултырған тыйнаҡ, зирәк, аҡ күңелле Мәрйәм Мостафа ҡыҙының ауылдаштары, туғандары, күршеләре алдында абруйы ҙур

Беренсе Мырҙа ауылынан  Мәрйәм  Рәимова оло  юбилейын билдәләне
Беренсе Мырҙа ауылынан Мәрйәм Рәимова оло юбилейын билдәләне

Быйыл Беренсе Мырҙа ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәрйәм Мостафа ҡыҙы Рәимова 90 йәшлек юбилейын билдәләне.


Мәрйәм Мостафа ҡыҙы Баймаҡ районы Темәс ауылында 1934 йылда тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән. Ошо осорҙоң барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарын үҙ иңдәрендә кисергән. Тырыш, егәрле ҡыҙ ете класты тамамлағас, эшкә урынлашып, колхозда эшләгән.
1953 йылда Мәрйәм Мостафа ҡыҙы Рәимов Фирҡәт менән тормош ҡороп ебәрәләр, Хәйбулла районы 1-се Мырҙа ауылында йәшәй башлайҙар.


Йәштәр 1958 йылда үҙ өйҙәрен һалып сығалар. Фирҡәт оҫта тимерсе, балта оҫтаһы була, йорт эсендәге, ишек алдындағы бөтөн балта эштәрен үҙе башҡара. Өйгә кәрәкле мебелде: шкаф, өҫтәл, йомшаҡ күн менән тышланған диван булһынмы – барыһын да үҙ ҡулы менән яһай. Өй төҙөп сыҡҡас та, Мәрйәм Мостафа ҡыҙы баҡса үҫтерә башлай. Ул ваҡытта штакетник булмай, шуға оҫта ҡуллы тормош иптәше Фирҡәт магазиндан йәшниктәр алып, шуның таҡталарын ялғап, баҡсаларын уратып кәртәләп ҡуя.


Донъяларын гөлт итеп тота хужабикә. Ҡул эшенә оҫта булғас, ҡыҙҙарға сәхнәлә сығыш яһарға күлдәктәрҙе лә үҙе тегә һалып бирә, ырғаҡ менән бәйләнгән әйберҙәр, селтәрҙәр менән өй эсен биҙәй, шәл бәйләргә лә маһир була Мәрйәм Мостафа ҡыҙы. Шулай уҡ совхоз эшенән ҡалмай, ҡайҙа әйтһәләр, шунда эшләй: бәрәстәр ҙә ҡарай, һарыҡ ҡырҡыуҙа ла, фермаларҙы балсыҡ менән һылауҙа ла, токта иген бушатыуҙа ла ҡатнаша.


Фирҡәт ағай менән Мәрйәм апай бергә 41 йыл донъя көтәләр. Ете балаға ғүмер биреп, үҙаллы тормош юлына баҫтыралар. Балаларын уҡытып, белем алырға ярҙам итәләр. Өс ҡыҙы юғары белемле, ике балалары - урта профессиональ, икеһе - урта белемле. Һәр береһе эшләгән ерҙәрендә алдынғылар рәтендә һаналалар.
Ләкин донъя һин уйлағанса ғына бармай бит. Тормош иптәше Фирҡәт яман ауырыуҙан вафат була. Тағы төрлө һынауҙар осрай ғүмер юлында. Ләкин ауырлыҡтарға Мәрйәм Мостафа ҡыҙы баш эймәй, ныҡ була, бирешмәй. Бына шулай, ғүмер йылдары уйнап-көлөп үтмәһә лә, һәр саҡ сыҙам, тырыш булыуы менән бар ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыҡҡан, әле лә үҙенә маҡсат ҡуйып йәшәй белгән һоҡланырлыҡ ағинәй ул.


Бөгөнгө көндә 90 йәшен тултырған тыйнаҡ, зирәк, аҡ күңелле Мәрйәм апай ауылдаштары, туғандары күршеләре алдында абруйы ҙур. Балалары өсөн ҡәҙерле әсәй, 18 ейән-ейәнсәргә, 26 бүлә-бүләсәрҙәргә бәхетле өләсәй. Нисек кенә булмаһын бөгөнгө тормошонан ҡәнәғәт Мәрйәм Мостафа ҡыҙы.Йылы өйө, табын тулы һыйы, таяныр ҡыҙҙары, ейәндәре, бүләсәрҙәре бар, һәр береһе хәл белешеп, ярҙам ҡулы һуҙып торалар.


Беҙ юбилярға иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы, киләсәктә яҡындары йәнәшәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ!


#МузейЮмабаяИсянбаева#ЙомабайИҫәнбаевМузейы


(Балалары һүҙенән Мәҙинә Ғөмәрова яҙҙы)

 

Автор:
Читайте нас: