Өфөлә Октябрь проспектында сирендәр япраҡ ярған. Ҡалала йәшәүселәр интернет селтәрендә фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша. Был йылы һауа торошона бәйле, тип белдерә белгестәр.
Ошондай уҡ күренеш Бишбүләк районында ла күҙәтелә, 21 ноябрҙә төшөрҙөм, тип фотоһүрәттәр менән бүлешкән Лена Макарова.
— Башҡортостанда ғына түгел, был күп төбәктәрҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә сирендәр хатта сәскә атҡан. Быйылғы көҙ аномаль йылы. Сентябрҙә ҡырауҙар булды. Был ваҡытта ағастар ҡышҡа әҙерләнеп, ҡалын ҡайыр менән ҡаплана башланы. Һуңынан йәнә көндәр йылыны. Йылы оҙаҡ торҙо. Һәм үҫемлектәр тағы уяна башланы. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был күренеш йыш күҙәтелә. Ул үҫемлектәр донъяһы өсөн ҡурҡыныс түгел, — тип белдерҙе Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институтының ғилми хеҙмәткәре Наталья Полякова.
Әйткәндәй, аҙна аҙағына тиклем Өфөлә йылы һауа торошо һаҡлана. Синоптиктар фаразы буйынса, уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була. Төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда көньяҡ-көнсығышта -10 градусҡа тиклем һалҡынайта, көндөҙ +3, -2 градус йылы булыуы көтөлә.