Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь , 10:32

Өлгөлө ветеран ихатаһы

Хәйбулла пенсионерҙары ҡул ҡаушырып тик ултырмай

Өлгөлө ветеран ихатаһы
Өлгөлө ветеран ихатаһы

Хаҡлы ялдағылар араһында ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү маҡсатында үткәрелгән сираттағы “Ветеран ихатаһы” район конкурсына йомғаҡ яһалды. Быҙаулыҡ ауылында үткән сарала Һамар һәм Өфө ауылы биләмәһенән иң яҡшы баҡсасылар, ҡул эше оҫталары, йәғни иң өлгөлө 13 ихата ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, “Ветеран ихатаһы” конкурсы матур  йолаға әүерелде һәм йылдан-йыл матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырыусы кешеләрҙе йәлеп итә бара. Был хеҙмәт кешеләренә хөрмәт күрһәтеү, йолаларҙы һаҡлау һәм йәштәр өсөн яҡшы өлгө. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район ойошмаһы  рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова билдәләүенсә, быйыл конкурс зоналарға бүлеп үткәрелә.

Сара Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланды.

-Һуғыш башланғас, беҙҙең быуын атайһыҙ ҡалды. Атайҙар яу ҡырында булғанда әсәйҙәр беҙҙе үҫтерҙе. Беҙ атайҙарҙы  фотоларға ҡарап иҫкә алабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлеген һаҡлау, уларға хөрмәт күрһәтеү, һәйкәлдәрҙе тәртиптә тотоу - беҙҙең бурыс. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла һәр яҡлап ярҙам итеү мөһим, сөнки улар илебеҙҙе һаҡлай, - тине Һамар ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Анатолий Кирилович.

Бәйгеселәрҙең береһенән-береһе матур күргәҙмәләре һоҡланып туя алмаҫлыҡ ине. Аллы-гөллө сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсәләр, һөт ризыҡтары һәм үҙенсәләкле  ҡул эштәренең ниндәй генә төрө юҡ ине. Ветерандар һәммәһе лә үҙ күргәҙмәһе менән таныштырҙы.  

Артабан конкурсҡа йомғаҡ яһалды, ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

- Бөтәгеҙ ҙә оҫтаһығыҙ, тырышһығыҙ һәм эшһөйәрһегеҙ. Һеҙҙең эштәрҙе күреп, барыһына ла өлгөрөргә, тик хеҙмәт менән үҙ ихатаңды күркәм тоторға була икәнлегенә инандыҡ. Ваҡыт табып килгәнегеҙ һәм бөгөнгө матур байрам өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм, - тине  һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова.

Сара художестволы үҙешмәкәрлек артистарының матур концерты менән тамамланды.

Хаҡлы ялдағылар араһында конкурс йылдан-йыл популяр була бара һәм үҙенә бихисап ҡатнашыусылар йәлеп итә. Ер эшенә мөкиббән киткән оло йәштәгеләр конкурста ҡатнашып, үҙҙәренең ижади потенциалын тормошҡа ашыра. Райондың оҫта баҡсасылары ҡаҙаныштары, яңы уңыштары менән һөйөндөрә. Уларҙан күреп, башҡаларҙа ла тағы ла матурыраҡ һәм уңдырышлыраҡ баҡса үҫтереү теләге уяна.

Комментарий:

Ырыҫбикә Аллағолова, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район ойошмаһы  рәйесе:

-Быйыл “Ветеран ихатаһы” конкурсын зоналарға бүлеп үткәрергә ҡарар иттек. Был сараға күберәк ғаиләләр килә алһын өсөн эшләнде. Сиҙәм, Ивановка, Татыр-Үҙәк, Федоровка, Һамар, Әбеш  ауыл биләмәләрендә конкурстың йомғаҡлау саралары үткәрелде. Урындарҙа бик әүҙем, күркәм булып үтте саралар. Уның иң мөһим өлөшө булып, мәктәп һәм балалар баҡсалары балалары ҡатнашлығында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыу торҙо. Төрлө тәм-том, бәлештәр, ҡайнатмалар, тоҙламалар, емеш-йәшелсә, һөт ризыҡтарынан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Степнойҙан Солтанғәлиевтар хатта ҡарбузды ла тоҙлап ҡуйғайны. Өлгөлө ветеран ихаталарын ҡараныҡ. Мәҫәлән, Федоровка ауылында Президент гранты конкурсында еңеүсе Тамара Панафидинаның ихатаһын күреп, хайран ҡалдыҡ. Беҙҙең ветерандар араһында ихатаһын гөл сәскәгә күмеп, мул итеп баҡса үҫтереп кенә ҡалмай, бал ҡорттары тотоусылар ҙа бар. Шулай уҡ ауылдарҙа милли кейем тегеү, биҙәүестәр эшләү, сигеү, бәйләү кеүек ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр ҙә бихисап. Хаҡлы ялдағыларҙың эштәрен күреп, һоҡланып туя алмайбыҙ. Конкурсты йомғаҡлап, урындар билдәләмәнек, сөнки ҡатнашыусыларҙың һәммәһе лә 1-се урынға лайыҡ. Шуға күрә береһе лә иғтибарҙан ситтә, бүләкһеҙ ҡалманы. Был конкурс районда 13-сө тапҡыр үткәрелә һәм ул йылдан-йыл күркәмләнә, популярлаша, ҡатнашыусылар күбәйә бара. Башҡаларҙы күреп, теләкһеҙ йәшәгән кеше лә үҙ ихатаһын тәртипкә килтереп, сәскәгә күмә. Ҡайһы ауылға барма үҙ йорто тирәләй йәшеллек булдырып, аллы-гөллө сәскәләр үҫтереп, үҙ йәшәйешен матурлаусы ғаиләләр күп. Балаларын, ейәндәрен эшкә өйрәтәләр, үҙҙәре даими хәрәкәттә булалар, ғаиләһен экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән тәьмин итәләр. Ошо конкурста ҡатнашҡан уңғандарҙың шөғөлөн, хеҙмәтен күреп, бөтөн районда йәшәгән пенсионерҙар тураһында һығымта яһарға була. Береһе лә ауырыуға һылтанып тик ултырмай, ә эш менән мәшғүл. Уларҙың маҡсаты - матур йәшәү.

Автор:
Читайте нас: