3 ноябрҙә Ҡыйғы районының Ибрай ауылында янғын сыға. Өйҙә ҡалған ике ҡыҙҙың береһе йүгереп сығып, күршеләрендә өмәлә булған ата-әсәһенә бәлә тураһында хәбәр итә. Игеҙәгенең ут ялмаған йортта ҡалыуын әйткәс, аталары уны ҡотҡарырға ташлана, әммә унда яҡын барырлыҡ булмай. Аҡылдан яҙырға етешкән әсәләрен дә халыҡ өйгә яҡын ебәрмәй...
Икенсе фараз буйынса, атай кеше шәхсән үҙе бер ҡыҙын ҡотҡара, икенсеһен төтөн араһында таба алмай...
Һөҙөмтәлә 10 йәшлек ҡыҙ һәләк була, атай кеше лә тәне бешкән килеш дауаханаға оҙатыла. Уның хәле ауыр. Ғаилә ваҡытлыса күршеләрендә урынлаша.
Аллабирҙиндар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр аҡса күсерә, ләкин тәүге банк картаһы блокка эләгә. Шулай ҙа кем нисек булдыра ала, шулай булышлыҡ итә.
Үҙенең хәйриә акциялары менән билдәле ҡара күҙлек һәм ҡара битлек кейгән ҡыҙ ҙа ғаиләгә килеп китә. Исем-шәрифе билдәһеҙ булған ҡатын-ҡыҙ хужабикә Вилиәгә Башҡортостан һәм Татарстан халҡы исеменән аҡса һалынған конверт тапшыра. Әйтеүҙәренсә, унда 250 мең һум булған.
Фото: видеонан скриншот, КП-Уфа.