Степной ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре Әсә көнө алдынан Степной ауылы әсәйҙәре тураһында “Нисек йәшәйһең, һалдат әсәһе?” тип аталған яңы рубрика асты. Уларҙың улдары махсус хәрби операция зонаһында, алғы һыҙыҡта.
Степнойҙан Зөһрә Уразбай ҡыҙының улы “Татарин” СВО-ла разведка төркөмөндә хеҙмәт итә. 29 ноябрҙә яугирҙың тыуған көнө. “Элек был көн Әсә көнөнә тап килә торғайны”,--ти һалдат әсәһе.
Зөһрә Уразбай ҡыҙы өйөндә бик күп сәскәләр үҫтерә, гөлдәрҙең барыһы тураһында ла яратып һөйләй. Әлбиттә, барлыҡ әсәләр кеүек улы өсөн борсола. “Татарин” позывнойлы яугирҙы өйҙә ҡатыны, балалары көтә. Зөһрә Уразбай ҡыҙы тормош иптәше менән ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә, уларҙың һәр уңыштарына һөйөнә. Яугирҙың улы Роберт әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан.
Был матур ғаиләнең теләге бер: “Һуғыш тиҙерәк бөтһөн. Һәр әсә өсөн улдары бик ҡәҙерле”,--ти улар. Сабырлыҡ һеҙгә, яугирҙан яҡшы хәбәрҙәр килеп, ҡыуанып ҡаршыларға насип булһын.
#Рубрика #Кактыживешьсолдатскаямать
#УфаМКРБ#УфаРЦНТР#АкцияСвоихНеБросаем#КультураХайбуллы#СтепновскийСДК
Степновский-Сдк Хайбуллинский-Район