ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2024, 08:02

Өс бала әсәһе—полиция офицеры

Матур байрам, Әсәйҙәр көнө алдынан,  Аҡъяр ауылынан полиция офицеры Альбина Байморатова менән осраштыҡ.

Өс бала әсәһе—полиция офицерыӨс бала әсәһе—полиция офицеры
Өс бала әсәһе—полиция офицеры

Матур байрам, Әсәйҙәр көнө алдынан, беҙ Аҡъяр ауылынан полиция офицеры Альбина Байморатова менән осраштыҡ. Альбина Марат ҡыҙы  өс бала әсәһе. Күп балалы әсә еңел булмаған  һәм тыңғыһыҙ хеҙмәтен үтәү менән берлектә йорт мәшәҡәттәрен башҡарырға, балалар тәрбиәләргә лә  өлгөрә. 

Әйткәндәй, Байморатовтар полиция ғаиләһе. Улар икеһе лә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы бүлегендә  эшләй.  Фәнүз Фәрғәт улы  полиция подполковнигы. Ә Альбина  Марат ҡыҙы   полицияның өлкән лейтенанты,  дознание бүлегенең өлкән дознавателе. Полицияла хеҙмәт итеү еңел эш түгел. Бында  билдәле эш сәғәте юҡ,  дежурстволар,  ғәҙәттән тыш ваҡиғалар,  байрам һәм ял көндәрендә лә саҡыртыуҙар улар өсөн ғәҙәти хәл.  

--Беҙҙе эшебеҙ таныштырҙы тиергә була. Мин Өфө юридик колледжын тамамлап, Йылайыр районында мировой судта, ә буласаҡ тормош иптәшем Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Өфө юридик институтынан һуң, Йылайыр Эске эштәр бүлегендә стажировка үтә инек. Бына шулай  яҙмыш юлдары осраштырҙы һәм ғүмерлеккә бәйләне. 2011 йылдан  Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегендә эшләйбеҙ. Икебеҙ ҙә сығышыбыҙ менән Йылайыр районынан булһаҡ та, 20 йыл эшләү осоронда Хәйбулла  икенсе тыуған еребеҙгә әүерелде. Ошонда төпләндек, ошонда балалар үҫтерәбеҙ,--тип әңгәмәне башланы Альбина Байморатова.

Альбина Марат ҡыҙы  мәктәп йылдарында уҡ полицияла хеҙмәт итергә хыяллана. Тәүҙә Өфө юридик колледжында белем ала, артабан  Мәскәү  иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын ситтән тороп тамамлай.

Көслө характерлы, погонлы әсә кеше ғаиләһе, балалары тураһында ихласлыҡ, оло һөйөү менән  һөйләне.

--Ғаилә стажыбыҙға 20 йыл. Өс бала тәрбиәләйбеҙ.  Өлкән улыбыҙ Урал 2-се Аҡъяр мәктәбендә 11-се класты тамамлағас,  күптәнге хыялы--информатика уҡытыусыһы булыу теләге менән, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалына  уҡырға инде. Әле ул 2-се курста белем ала.  Ҡыҙыбыҙ Диана 2-се Аҡъяр мәктәбендә  9-сы класта уҡып, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Предмет олимпиадаларында ҡатнаша. Ул  киләсәктә беҙҙең һөнәрҙе һайлап, юридик институтҡа уҡырға инергә хыяллана. Бәләкәсебеҙ Дамирға ике йәш,  ул “Бәпембә” балалар баҡсаһына йөрөй.

Балаларыбыҙ  беҙҙең эшебеҙҙең ни тиклем  яуаплы булыуын бәләкәйҙән белеп үҫәләр. Ҡайһы ваҡыт тәүлек әйләнәһенә держурствоға сығабыҙ, төндә лә эшләргә тура килә. Әлеге ваҡытта минең әсәйем Филүзә Рәжәп ҡыҙы беҙҙең менән йәшәй. Балаларҙы тәрбиәләргә, өй мәшәҡәттәрендә ярҙам итә.  Ҡыҙым Диана  һәр яҡлап ярҙамсыбыҙ. Әлбиттә, үҙебеҙ яуаплы өлкәлә эшләгәс, балаларыбыҙҙа ла яуаплылыҡ, тырышлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә тырышабыҙ,--тине әңгәмәсем.

Альбина  Байморатова эшендә яуаплы хеҙмәткәр булһа, өйөндә ул хәстәрлекле әсә, уңған хужабикә.

--Буш ваҡытымда  тәмле бешереп, ғаиләмде һыйларға тырышам.  Бөтәбеҙҙең дә яратҡан ризығы –манты. Студент улыбыҙ Урал ялға ҡайтһа, әсәйем менән кухнянан сыҡмай бешеренәбеҙ. Балалар пицца бик ярата, уны әҙерләйбеҙ. Ҡыҙым Диана ла ҡул араһына инде, беҙҙе төрлө тәмле  салаттар менән һыйлай, эштән ҡайтыуыбыҙға ла беҙҙе өҫтәл әҙерләп көтә. Беҙҙең ғаилә традицияһы–туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлау. Яңы йыл, 8 март,  тыуған көндәрҙә бөтә туғандар бергәләп йыйылабыҙ, балалар үҙ-ара аралашалар.  Тағы ла отпуск ваҡытында сәйәхәт итергә яратабыҙ,--тине Альбина Марат ҡыҙы.

Мәҡәләм геройы менән һөйләшкәндә, Байморатовтар ғаиләһенең ныҡлы, татыу икәнлеге асыҡ һиҙелә. “Яратып башҡарған эшемдән арып ҡайтҡанда, студент улымдың  шылтыратып хәл белешеүе, ҡыҙымдың йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләүе,  бәләкәй улымдың  тәтелдәп хәбәр һөйләүе, тормош иптәшемдең иғтибары һәм һөйөүе, һөйөклө әсәйемдең янымда булыуы  бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Бына ошо инде ябай ҡатын-ҡыҙ бәхете”,--тине беҙҙең менән хушлашҡанда Альбина Марат ҡыҙы.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас