Матурлыҡ һәм нәзәкәтлек өлгөһө, ер йөҙөндәге бөтә гүзәллекте тыуҙырыуға һәләтле, донъя тотҡаһы һәм ғаилә ҡотон һаҡлаусы, балаларының ғәзиз әсәһе лә, тормош иптәшенең һөйөклө йәре лә ул. Шул уҡ ваҡытта был гүзәл заттар бар ергә лә өлгөрә. Йәнтеш ауылынан Әлфиә Торомтаева тап шундай уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.
«Донъяңдың түңәрәклеге, күңел бөтөнлөгө генә ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итә алалыр. Ә әсә бәхете – балаларында. Ҡатын-ҡыҙ өсөн төп йәшәү сығанағы – ғаилә усағын һүндермәүҙә, балаларҙы ҡарап үҫтереүҙә, уларҙы кеше итеүҙә. Иң мөһиме, һаулыҡ булһын, һаулыҡ булһа, барыһы ла була», – ти Әлфиә Рафайыл ҡыҙы.
Ул Йәнтеш ауылында Фәүзиә Мәғәфүр ҡыҙы менән Рафайыл Наҙырша улы Иштановтарҙың ишле, тырыш, татыу ғаиләһендә донъяға килә. Ғаиләлә улар алты бала – биш ҡыҙ һәм бер малай үҫә. Атай-әсәй хәстәрлегендә, һөйөүендә тәрбиәләнгән ҡыҙ уларҙың тик яҡшы сифаттарын ғына үҙенә туплаған. Хеҙмәт һөйөү, яуаплылыҡ хисе һәм изгелекле күңел – уның төп сифаттары.
Башланғыс кластарҙа тыуған ауылының мәктәбендә уҡып, һуңынан тырыш ҡыҙ Баймаҡ ҡалаһы интернат-мәктәбендә белем ала. Артабан Сибай медицина училищеһында фельдшерға уҡып сыға. «Күп кенә һабаҡташтарым педучилищеға уҡырға барырға йыйынды, ә мине медик һөнәре үҙенә тартты, сөнки кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу теләге бик көслө ине. Атайым мал табибы булыуы ла ниндәйҙер йоғонто яһағандыр», – ти әңгәмәсем.
Ҡулына диплом алған йәш белгесте тыуған районына эшкә ебәрәләр. Бер ни тиклем Яңы Петровка, Аҡташ, Юлбарыҫ ауылдарында, һуңынан тыуған Йәнтеш ауылында фельдшер булып эшләй. 1985 йылда Йәнтеш ауылы егете Сәйет Торомтаевҡа кейәүгә сыға. «Буласаҡ тормош иптәшем – Айҙар ағайымдың класташы. Улар икеһе лә колхозда шофёр булып эшләйҙәр ине. Шулай итеп Сәйет менән аралаша башланыҡ һәм бер йылдан һуң өйләнештек», – тип дауам итте мәҡәлә геройы.
Торомтаевтар ғаиләһенең мөхәббәт емештәре булып дүрт ул һәм бер ҡыҙ донъяға килә. Биш бала әсәһе булараҡ Әлфиә Рафайыл ҡыҙы 2005 йылда «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ була. Тынғыһыҙ һөнәр эйәһе булараҡ күп балалы әсәгә йыш ҡына көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға һәм кешеләргә көн-төн тимәй беренсе булып ярҙамға ашығырға тура килгән. Уның фиҙәҡәр хеҙмәте тураһында бихисап грамоталар һөйләй. «Ни тиклем ҡатмарлы булһа ла фельдшер эшен яраттым. Ҡайным инвалид коляскаһында йөрөгәс, бейемемә ярҙам талап ителде, шуға эшемде ҡалдырып, хаҡлы ялға сыҡтым. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайным Ильяс Иҙрис улы 2020 йылда мәрхүм булды. Әйткәндәй, минең ике бейемем булды – ҡайнымдың әсәһе Фатима ла беҙҙең менән йәшәне һәм 1994 йылда донъя ҡуйҙы. Бейемем Римма Хөсәйен ҡыҙына быйыл 85 йәш тулды, уның менән бергә 40 йылға яҡын татыу йәшәйбеҙ», – тине Әлфиә Рафайыл ҡыҙы.
Уңған ғаилә бар эште – өйҙө ремонтлау, төкәтмә йә кәртә төҙөү булһынмы, барыһында бергәләп атҡарып ҡуялар. Улар ҡура тултырып мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт көтә, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Сәйет Ильяс улы әрменән ҡайтҡас, «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай, ә әлеге ваҡытта ул «Һаҡмар» шифаханаһына газ ҡаҙанлығы операторы булып эшләй. Йомшаҡ һүҙле, ипле, алсаҡ Әлфиә Рафайыл ҡыҙы ваҡыт етмәүгә лә һылтанмай, әсәлек бурысын тыныс ҡына үтәй. Төрлө сараларҙа матур итеп шиғырҙар һөйләй, йырҙар башҡара, саңғыла шыуыу менән дә мауыға. Хаҡлы ялдамын тип, бер ҙә тик ултырмай, йорттары гөл-сәскәгә күмелгән, уларҙың ниндәйе генә юҡ. Бейеме менән бергәләшеп, ҡул эштәре менән дә булышалар.
Әммә бәхетле Торомтаевтар ғаиләһенең төп ғорурлығы – биш балаһы. Балаларын һәм дүрт ейән-ейәнсәрҙәрен һәр саҡ яҡты йөҙ, йылы аштары менән ҡаршы ала улар. Улдары Самат һәм Азамат баш ҡалабыҙҙа Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика интернат-гимназияһында уҡып, икеһе лә Өфө дәүләт нефть-техник университетының төҙөлөш һәм архитектура факультетын тамамлайҙар. Ғаилә ҡороп, бөгөнгө көндә Ханты-Манси автономиялы округындағы Түбәнге Сортым ҡасабаһында йәшәйҙәр. Ағалы-ҡустылар «Сорғотнефтегаз» ойошмаһында эшләйҙәр, төҙөлөш буйынса квалификациялы белгестәр. Гөрләтеп донъя көтәләр, йәй булһа, оҙон ялға ҡайталар. Өсөнсө улдары Айтуған Сибай гимназия-интернатында уҡып, БДУ-ның Сибай филиалында география факультетын тамамлаған. Бөгөнгө көндә «Һаҡмар» шифаханаһында эшләй. Улдары Ғәҙел менән ҡыҙҙары Нәфисә бәләкәйҙән башта Сибайҙа, ә һуңынан Өфө ҡалаһы музыка мәктәптәрендә уҡыйҙар, һуңынан Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт республика интернат-гимназияһын тамамлайҙар. Әлеге ваҡытта Ғәҙел Өфө дәүләт нефть-техник университетының тау-нефть факультетында, ә инглиз телен белгән Нәфисә Ҡазан федераль университетында халыҡ-ара туризмдар факультетында белем ала.
«Тормош иптәшем колхозда эшләгән осорҙа, ул таң һарыһынан ҡара кискә ҡәҙәр эштә йөрөнө. Шуға күрә балаларҙы тәрбиәләү башлыса минең иңемә ятты. Бейемем һауынсы булып эшләне, ул балаларҙы ҡарашыуҙа ныҡ ярҙам итте. Мәктәптә уҡығанда ата-әсәләр йыйылыштарын ҡалдырманыҡ, дәрестәрен дә барып ҡараныҡ, һәр ваҡыт уларға кәңәштәр биреп, йүнәлеш биреп торҙоҡ. Бөтәһе лә тырышып-тырмашып яҡшы уҡынылар. Уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәргә лә йөрөнөләр, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнаштылар, һәр береһенең үҙ шөғөлдәре бар. Мәҫәлән, Самат думбырала уйнай, ул башҡорт эпостарын һәм шиғырҙар һөйләү бәйгеләрендә ҡатнашты. Азамат айырыуса спорт яғынан әүҙем булды, ҡурайҙа уйнаны. Сибайҙа музыка мәктәбендә уҡығанда Нәфисә скрипкала, ә Ғәҙел борғола уйнарға өйрәнде», – тип Әлфиә Рафайыл ҡыҙы һөйләп, балаларының Рәсәй һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа һәм ярыштарҙа яуланған бихисап маҡтау ҡағыҙҙарын, дипломдарын күрһәтте.
Эшһөйәр, уңған, үҙ көстәре менән гөрләтеп донъя көткән ғаилә ул – Торомтаевтар. Бер-береһенең һүҙенә ҡолаҡ һалып, донъяларынан ҡәнәғәт булып, тормош ығы-зығыһына зарланмай йәшәгән ғаилә балаларының шатлығына күмелеп, бәләкәй генә уңыштарына ла һөйөнөп, күптәргә өлгө булып ғүмер кисерә.
Ошо арала уңған хужабикә, хәстәрлекле ҡатын һәм килен, һөйөклө әсәй һәм ҡартәсәй Әлфиә Рафайыл ҡыҙы күркәм ғүмер байрамын билдәләне. «Ҡәҙерлебеҙҙең ғүмер йомғағы шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып, тик алға тәгәрәһен. Йортобоҙҙоң ҡото булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, тәрбиәң, изге күңелең, йоҡоһоҙ төндәрең, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә!» – тип ҡотлау сәләмдәрен еткерә уның балалары. Был изге теләктәргә беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ.