ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2024, 08:46

Район гәзитенең тоғро дуҫтары бүләкле булды!

Әлеге ваҡытта отош уйынында 104 кеше теркәлде, был юлы тап улар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Үткән аҙнаның еңеүселәре – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары Ивановканан Ғиниәт Абдуллин, Сәғит ауылынан Хәмиҙә Мәмбәтова, Аҡъярҙан Әнисә Рахманғолова.

Район гәзитенең тоғро дуҫтары бүләкле булды!Район гәзитенең тоғро дуҫтары бүләкле булды!
Район гәзитенең тоғро дуҫтары бүләкле булды!

«Хәйбулла хәбәрҙәре»нә 2025 йылға яҙылыу кампанияһы менән бер рәттән «Аҙна һайын – бүләк» уйынына квитанциялар килеүен дауам итә.

Әлеге ваҡытта отош уйынында 104 кеше теркәлде, был юлы тап улар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Үткән аҙнаның еңеүселәре – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары Ивановканан Ғиниәт Абдуллин, Сәғит ауылынан Хәмиҙә Мәмбәтова, Аҡъярҙан Әнисә Рахманғолова. Улар нәшриәт йорто һәм беҙҙең  бағымсылар тәҡдим иткән бүләктәрҙе – миксер,  салат һауыттары йыйылмаһы, бассейнға йөрөүгә абонементты отто. Әйткәндәй, Ғиниәт Ғәйнетдин улы өсөн бүләкте уның улы Эмиль, ә Хәмиҙә Мөхәмәтфәйез ҡыҙы өсөн призды уның улы Морат килеп алды. Район гәзитенең тоғро дуҫтары бүләк отоуҙары өсөн бик ҡыуанабыҙ.

«Хәйбулла хәбәрҙәре»нә яҙылып өлгөрмәгәндәргә, киләһе йылда ла дуҫтарыбыҙ исемлегенән төшөп ҡалмаясағығыҙға ышанабыҙ, тип өндәшәбеҙ. Бәйге дауам итә, квитанцияғыҙҙы 2024 йылдың 20 декабренә тиклем редакцияла  теркәтергә йә иһә район гәзитенең «Бәйләнештә»ге төркөмөнә фотоға төшөрөп ебәрергә кәрәк. Бынан тыш, «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә (йәки ике район гәзитенә) яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

Район гәзитенең тоғро дуҫтары бүләкле булды!
Район гәзитенең тоғро дуҫтары бүләкле булды!
Район гәзитенең тоғро дуҫтары бүләкле булды!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас