Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь , 15:57

Нисек йәшәйһең, һалдат әсәһе?

 Степнойҙан Флүрә Ишбирҙе ҡыҙы: “Илебеҙ һаҡсылары имен-һау ҡайтһын!”

Нисек йәшәйһең, һалдат әсәһе?
Нисек йәшәйһең, һалдат әсәһе?

Степной ауыл клубы  хеҙмәткәрҙәре Әсә көнө алдынан Степной ауылы әсәйҙәре тураһында “Нисек йәшәйһең, һалдат әсәһе?” тип аталған яңы рубрика асты. Уларҙың улдары махсус хәрби операция зонаһында, алғы һыҙыҡта.

Степнойҙан  Флүрә Ишбирҙе  ҡыҙының улы, “Рус” позывнойлы яугир,  быйыл сентябрҙә үҙ теләге менән  махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Әсә кешегә улын оҙатыуы еңел булмай, борсолоуҙары ла сикһеҙ.  Улының шылтыратыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтөп ала ул.

Әсә кешенең теләге бер. “Ватаныбыҙ һаҡсылары иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын”,-- ти ул. Флүрә Ишбирҙе ҡыҙы янында  улы Денис һәм килене Гүзәлиә.  Улар   ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.

“Рус” позывнойлы егеттең әсәһенә ныҡлы һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Барлыҡ теләктәрегеҙ тормошҡа ашып, улығыҙ яҡындарын ҡыуандырып, имен-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтһын.

 
#Рубрика #Кактыживешьсолдатскаямать
#УфаМКРБ#УфаРЦНТР#АкцияСвоихНеБросаем#КультураХайбуллы#СтепновскийСДК

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: