Армияға китә малайҙар,
Оҙата туғандар, ағайҙар.
Оҙаталар йәштәр – дуҫ-иштәр,
Киткәс, ҡалыр инде күп эштәр.
Намыҫ менән хеҙмәтеңде атҡар,
Ҡыуанындар әйҙә туғандар.
Теләктәр күп, тәүге теләгем шул:
Имен-аман барып етегеҙ!
Ил алдындағы бурысты үтәп,
Ҡыуанышып ҡайтып китегеҙ!
Бөгөн әрме хеҙмәтенә егеттәр ныҡлы әҙерләнеп, етди аңлап бара, улар араһында киләсәктә тормош юлын хәрби хеҙмәткә бәйләргә теләүселәр күп.
Шулай, бәләкәйҙән патриотик тәрбиә алып, спорт менән шөғөлләнеп үҫкән егеттәрҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай, улар Ватанды һаҡлауҙы ил алдындағы төп бурысы тип һанай. Тап уларға тыныслыҡ һаҡлауҙы ышанып тапшырырға мөмкин дә инде.
#АрмияғаКитәЕгеттәр
#2024
#ЯнтышевскийСДК #УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ #КультураХайбуллы
#ЙәнтҽшАуылы
-Үҙен хөрмәт иткән һәр егет ошо мәктәпте үтергә тейеш. Ул, тәү сиратта, кешенең үҙе өсөн кәрәк. Сөнки ул рухты, ҡыйыулыҡ, патриотизм тәрбиәләй. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандарҙың күптәре быға үкенмәй. Һеҙ ҙә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәт итеп, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә тейеш, тип уйлайбыҙ.