ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2024, 07:59

Аҡнаҙарҙар быйыл яҡынса 589 ҡаҙ, 770 өйрәк үҫтергән...

Унан тыш,  һәр ихатала тиерлек күркәләр, бройлерҙар, төрлө тоҡомло тауыҡтар бар

Аҡнаҙарҙар быйыл яҡынса 589 ҡаҙ, 770 өйрәк үҫтергән...Аҡнаҙарҙар быйыл яҡынса 589 ҡаҙ, 770 өйрәк үҫтергән...
Аҡнаҙарҙар быйыл яҡынса 589 ҡаҙ, 770 өйрәк үҫтергән...

Ауылыбыҙҙа шаулап-гөрләп өмә үтмәгән ихата ҡалмағандыр ул быйылда.

Ни өсөн тигәндә һәр бер өйҙә йәше-ҡарты яҙ етеү менән бәләкәй генә шундай матур һап-һары ғына йомроҡастарҙы алып, ҡара көҙгә тиклем аҫырап ҙурайталар. Быйыл яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ауылда 589 ҡаҙ, 770 өйрәк үҫтерелгән, унан тыш күркәләр, бройлерҙар, йомортҡа һала торған төрлө тоҡомло тауыҡтар...
Аллаға шөкөр!
Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, һәр ғаиләлә именлек булып, ҡыуанышып-шатланышып, теүәлдәребеҙ менән килгән-киткән ҡунаҡтар менән ашарға яҙһын.

Акназаровский Сельский-Клуб

 

 


Автор:
Читайте нас