Уларҙың махсус хәрби операция урынына юлланыу тарихын ишетһәң, туғандар араһында бәйләнештең ни тиклем көслө булыуына тағы бер инанаһың.
– Бер туған ағайым Эльмирҙың ҡарарын белгәс, мин дә уның менән бергә барырға булдым. Ике туған ҡустыбыҙ Раян, беҙҙең икәүләп махсус хәрби операция урынына юлланасағыбыҙҙы ишеткәс, шунда уҡ: “Һеҙ барғас, мин дә ҡалмайым инде! Барам!” – тине. Бына шулай өсәүләшеп ил һағына юлландыҡ, – ти ғорурланып Илнур Биктимеров.
Өфөлә автобус водителе булып эшләгән Илнур ил һағына баҫҡас та һөнәренә тоғро ҡалған. Тегендә уның бурысы – ҙур тралда ауыр хәрби техниканы төрлө урындарға ташыу.
– Бында килеүем тормошҡа ҡарашымды үҙгәртте. Беҙ шул тиклем тыныс тормошта йәшәйбеҙ, әммә ҡайһы берҙә бының ҡәҙерен белеп бөтөрмәйбеҙ икән. Именлектең ҡәҙерен белергә, уның иң ҡәҙерле ҡиммәт икәнлеген аңларға кәрәк. Был ваҡиғалар күптәрҙең донъяға ҡарашын үҙгәрткәндер, моғайын, – тип уйланыуҙары менән уртаҡлашты яугир.
Илнурҙы өйҙә ҡатыны Регина, ике ҡыҙы һағынып көтә. Әлегә ике араны телефон бәйләй. Шылтыратыуҙар, видеобәйләнеш һағыныу һағышын баҫа. Әсәһе Хәсибә апай, апаһы Айгөл, кесе туғандары ла яугир өсөн ут йота, шул уҡ ваҡытта уның ҡыйыулығы менән сикһеҙ ғорурлана.