Өфөлә 16-сы «Батырлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре бүләкләнде. Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, һөнәре буйынса иң яҡшыларҙың, ҡыйыу аҙым яһаған геройҙарҙың исемдәре аталды. Геройҙар араһында 14-16 йәшлек уҡыусылар ҙа бар: Анна-Элиза Ванюшкина, Максим Гришуков, Шамил Фазлыев, Артур Фионов. Улар үҙ өлгөһө менән ҡаһарманлыҡтың йәшкә ҡарамауын раҫланы. «Герой балалар» номинацияһында наградаларҙы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы Марат Латипов менән бергә Рәсәй сенаторы, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов тапшырҙы.
Лилиә Ғүмәрова «Герой балалар» Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-патриотик проектының 2014 йылдан бойомға ашырылыуы тураһында әйтте.
«Беҙ бөгөн бәлә-ҡазаға тарыған кешеләргә эскерһеҙ ярҙам иткән үҫмерҙәргә рәхмәт белдерәбеҙ», — тип билдәләне сенатор.
Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, экстремаль хәлдәрҙә балаларҙың батырлығы уларҙың тиҫтерҙәре, ғөмүмән, хәҙерге йәмғиәт өсөн ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Александр Прядко Константин Костромитинды хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙамы өсөн бүләкләне. Республиканы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәлләмова Булгаков ауылы лицейы уҡыусыларына «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы профиел буйынса иң яҡшы кадет» номинацияһында наградалар тапшырҙы. Еңеүселәр янғын һыҙатын үтеү, беренсе ярҙам күрһәтеү, атыу, физик әҙерлек һәм ижади конкурс кеүек 13 ҡатмарлы һынауҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде.
«Янғындан ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 30-ҙан ашыу кешене, шул иҫәптән бер нисә баланың ғүмерен ҡотҡарған, күп фатирлы йорттарҙа, шулай уҡ нефть эшкәртеү объекттарында ҙур янғындарҙы һүндереү эшенә етәкселек иткән.