Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь , 15:36

Күҙ табибы Эрнст Мулдашев ниңә үҙе күҙлек кейә?

-

Күҙ табибы Эрнст Мулдашев ниңә үҙе күҙлек кейә?
Күҙ табибы Эрнст Мулдашев ниңә үҙе күҙлек кейә?

Данлыҡлы күҙ хирургы, профессор Эрнст Мулдашевтан йыш ҡына "Ниңә һеҙ үҙегеҙ күҙлек кейәһегеҙ?" тип һорайҙар икән. Ул быға: "Минең йөҙөмдә күҙлектән дә матурыраҡ нәмә юҡ", - тип уйынлы-ысынлы яуап бирә.

Ә етди итеп әйткәндә, ул былай ти: "Күҙлек - кешелектең уйлап табылған бөйөк асышы. Кешенең күреү һәләте ҡайһы берҙә насарая, ә күҙлек йә контактлы линзалар менән уны төҙәтәбеҙ. Ә көн дә күҙгә операция яһаған хирург булараҡ, шуны әйтәм: һәр операцияның ауыр эҙемтәләре булырға мөмкин. Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарырға була.

Икенсенән, 40 йәшкә етәрәк, кешелә пресбиопия (дальнозоркость) башлана. Миңә 39 йәшлек бер ҡатын килде. Сағыу, матур ҡатын. Үҙ һүҙен бирмәй. Уның күҙендә минус биш диоптрий күрәшлек ине. Мин уның менән һөйләшеп ҡараным, әммә барыбер лазер операцияһы эшләтте. Яҡшы күрә башланы. Тик 40 йәше тулғас, яҡындан насар күрә башланы. Ул барыбер күҙлек алды, әммә элекке матур күҙлек урынына күҙҙәрҙе оло итеп күрһәткән ҡарттарса ямаҡ күҙлек кейергә мәжбүр булды. Хәҙер бит күрәшлектән бик матур оптика өлгөләре бар, һайлап алырға була".

Фото: "Башинформ".

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

https://bashgazet.ru/news/s-l-m-t-bulayy/2024-11-13/k-tabiby-ernst-muldashev-ni-e-k-lek-key-4006015 

Автор:
Читайте нас: