Элегерәк самауыр эргәһендә күмәкләп сәй эсеү йылы мөхиттә үткән. Хәҙер инде самауыр көндәлек кәрәк-ярағы түгел, ә музей экспонатына әйләнә бара. Ә бит ул ҡасандыр ғаиләнең именлеген һәм муллыҡта йәшәүен сағылдырған. Самауыр-ғаилә усағы, йәм, ҡунаҡсыллыҡ символы, ул өйҙә иң абруйлы урында ултырған.
Самауыр – беҙҙең тарихыбыҙҙың һәм мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Бер генә фольклор байрамы , әҙәби кисәләр ҙә унан башҡа үтмәй.
Хәйбулла районының Иләс ауылында “Самауыр яны - ғаилә йәме” исемле әҙәби кисәгә Яңы Ергән ауылынан ошо ауылға килен булып төшкән һәм Иләс ауылы хужабикәләре саҡырылған. Был байрам һәр башҡорт өйөнөң түрбашының йәме булған самауырға дан йырлау булһа, асылы ауылдың оло ихтирамға лайыҡ, үҙҙәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күркәм сифаттарын һаҡлаған олпат, сабыр, аҡыллы бейемдәргә һәм әҙәпле, итәғәтле, күндәм килендәргә, апайҙарға арналған. Китапханасы самауырҙың мөһимлеге тураһында ауылдаштарының иҫенә төшөрөү маҡсатында, самауыр тарихы, уға бәйлҽ йомаҡтар, таҡмаҡтар , шиғырҙар сараның тәүгҽ өлөшөн тәшкил итһә, икҽнсҽ өлөшөндә күргәҙмәгә ҡуйылған самауырҙарға, китап күргәҙмәһенә байҡау яһалған.
Самауырҙар - беҙҙә элҽк-элҽктән аманат булып быуындан быуынға тапшырылып килгән ҡәҙҽрлҽ ҡомартҡы. Шуны дәлилләп, самауыр хужабикәләре бик ҡыҙыҡлы хәтирәләрҽ мҽнән бүлешкәндәр. Уларҙың яҙмыштары, ҡайны-ҡәйнәләре менән бер ҡыйыҡ аҫтында 20-30 йыл сабыр ғүмер итеүҙәре, ишле ғаилә мәшәҡәттәрен, тормош ауырлыҡтарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә күтәреүҙәре — үҙе ҙур тормош һабағы, яҙылмаған китап, татыулыҡ билдәһе, килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәренең сәләмәт өлгөһө. Улар ҙа үҙҙәренең мул бирнә, самауыр, һыу юлы, һандыҡ менән оҙатылып килен булып төшкән мәлдәренә ҡайтып урап, кисәне бай эстәлекле хәтирәләре менән байытты, тормоштарында булып үткән ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе бәйән иткән.
Бына шулай самауырҙар мҽнән бҽр рәттән баҡыйлыҡҡа күскән әсәй, өләсәйҙәр, ҡәйнәләр ҙә иҫкә алынып, яҡты хәтирәләр барланған.
Яңы Ергән ауыл биләмәһе башлығы Рәзифә Ирғәле ҡыҙы Тасбулатова оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисереүсе өлгөлө ғаиләләрҙе ҡотлаған. Был көндө улар хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр, матур теләктәр еткерелкп, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.
Кисә бик күңелле һәм йылы мөхиттә үткән. Сара һуңында бөтәһе бергәләшеп самауырлы сәй табыны эргәһенә йыйылған һәм сәйҙәр эсеп, күңелле аралашып ултырған.
Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы