Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Яңы йылға әҙерлек мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Республика Башлығы чиновниктарҙы махсус хәрби операция барған осорҙа корпоративтарҙан баш тартырға, уларҙы яҡшы ваҡытҡа тиклем ҡалдырырға саҡырҙы.
Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров балалар һәм ғаиләләр өсөн байрам ойоштороу: мотлаҡ рәүештә иртәлектәр үткәреү, төп шыршылар янында боҙ ҡаласыҡтары төҙөү (әйткәндәй, былтырғы кеүек Яңы йыл алдынан түгел, ә үҙ ваҡытында) кәрәклеген билдәләне. Һуңлауҙың берҙән-бер етди сәбәбе – йылы һауа торошо», тине ул.
Киләһе кәңәшмәгә республика Башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм мәҙәниәт министрлыҡтарына яңы йыл саралары буйынса материалдар әҙерләргә ҡушты.