Әлшәй районында махсус операцияла ҡатнашыусы Алмаз менән Лилиә никахтарын законлаштырған. Уларҙың мөхәббәт тарихы Запорожье өлкәһендә башлана, бында Алмаз үҙенең яҙмышын осрата. Беренсе ҡараштан ғашиҡ булып, ул Лилиәне туғандары һәм яҡындары менән таныштырыу өсөн тыуған Ғәйниямак ауылына алып ҡайтырға ҡарар итә. Был хаҡта Әлшәй районы хакимиәтендә хәбәр иттеләр.
—ЗАГС-та улар балдаҡтар менән алмаша, һәм был мәлдә тирә-яҡ донъя тынғандай була, тик уларҙың мөхәббәте һәм бәхете генә ҡала. Беҙ уларға балалар шатлығы һәм көлөүе менән тулы оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ, — тип ҡотланылар яңы өйләнешкәндәрҙе хакимиәттә.
фото:Әлшәй районы хакимиәте.