ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2024, 13:01

Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә

Кинйәбаевтар ғаиләһе бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне

Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергәҠайғыла ла, шатлыҡта ла бергә
Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә

Күгәрсен районының Бикбулат ауылынан Кинйәбаевтар бәрәкәт туйҙарын – бергә ғүмер кисереүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне. 94 йәшлек Хәсән Мәхийән улы һәм 87 йәшлек Маһый Ҡыҙрас ҡыҙы яҡташтары араһында хөрмәтле ғаилә тип иҫәпләнә, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«70 йыл бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, яратып, хәстәрләп йәшәй улар. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре ғүмер буйына уларҙың татыу ғаиләһенә хөрмәт менән ҡарай», – тип билдәләне ул. 

 
 
Фото:Марат Исҡужин, Вк
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас