Яңы Ергән ауылында “Айыҡ ауыл 2024» муниципаль конкурсы сиктәрендә, фермерҙар Зөфәр Крымғужин һәм Илмир Сынбулатов махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға ярҙам курһәтәләр, аҡсалата ла, әйберләтәлә. Был юлы һыйыр малы һуйҙылар, малды салғанда доға уҡып,ир-егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуын, донъялар тынысланыуын теләп, сельсовет, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙар бергәләшеп 70 банка быктырылған ит әҙерләнеләр.
Фермерҙаға Зөфәр Ҡрымғужин һәм Илмир Сынбулатовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә мул уңыштар,именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.