-Ҙур Арыҫланғол ауылында йәшәүсе Рима Исканйәрова 1970 йылда Ғәлиәхмәт ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше, Рәшит Искәнйәров менән 8 балаға ғүмер бирәләр. Колхоз тарҡалғансы, пенсияла булһа ла 30 йылға яҡын быҙау ҡараусы булып эшләй. Рәшит ағай менән 52 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙеләр. Тик 2 йыл элек Рәшит ағай мәрхүм булып ҡалды. Әлеге көндә улы Рәсүл менән донья көтә. 18 ейән-ейәнсәргә, 6 бүлә-бүләсәргә ҡәҙерле өләсәй һәм ҡартәсәй ул, - тип яҙа Гөлфиә Ильясова.


ҠӘҘЕРЛЕ ӘСӘЙЕМӘ БҮЛӘККӘ!


Көҙҙөң һуңғы айында донъялағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙҙең байрамы - Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите “Супер әсәй” конкурсын иғлан итә.
Хәйбулла районында йәшәгән һәм балалары булған гүзәл заттарҙың 14 ноябргә тиклем jpeg форматындағы фотоһүрәтен һәм үҙе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте гәзиттең “Бәйләнештә” төркөмөнә https://vk.com/club154583724 ебәрергә кәрәк.
Конкурста фото һәм мәғлүмәттәр тәҡдим иткән кешенең, тауыш биреүселәрҙең "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите төркөмөнә яҙылған булыуы шарт.
15 ноябрҙән 21 ноябргә тиклем “Бәйләнештә” төркөмөнөң махсус ҡушымтаһы https://vk.com/app7198399_-1545837247 аша тауыш биреү ярҙамында еңеүсе билдәләнә.