Ғаилә – ул һәр кемдең оло таянысы, ышаныслы һыйыныр усағы. Һәр кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, үҙенә рухи көс, дәрт-дарман ала, күңелен бушата, йән йәрәхәттәрен дауалай, йән тыныслығы ла таба. Тормош тигән арбаны бер йүнәлештә тартҡан ғаилә ныҡлы була. Ә инде ғаиләләр ныҡлы булһа, илебеҙҙә көслө була.
Атингән ауылы китапханаһында Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Ғаилә бөтә башланғыстарҙың башы” имиджлы район конкурсында «Рухлы ғаилә – ил ҡото» исемле әҙәби- музыкаль кисә үтте.
Ауылыбыҙҙа татыу тормош ҡороп, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән һәм матур балалар үҫтергән ғаиләләр бик күп.
Был кисәгә шундай күркәм сифаттары булған, 48 йыл ғүмер иткән, бар яҡтан да өлгө булған Ғәрифулла һәм Фәйрүзә Ғәббәсовтар, Шәғиғәле һәм Фәнүзә Шәриповтар, 45 йыл иңде-иңгә терәп йәшәгән Фәрит һәм Рәйсә Әхтәмовтар, бер – береһен ярты һүҙҙән аңлап торған 40 йыл татыу ғүмер кисергән Шәйхислам һәм РәмзиәТорошовтар, 43 йыл бергә татыу һәм уңған ғаилә Әхмәҙей һәм Зөһрә Байгабуловтар, 32 йыл йәш быуынға өлгө булған Айбулат һәм Сәүиә Ултраковтар ғаилә парҙары йыйылды.
Матур ғаилә – ил күрке тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъяларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ.
Мәртәбәле кисәлә ошо күркәм ғаиләләрҙе ҡотлап, Атингән ауылы хакимиәте башлығы Айнур Юнусов, ғаилә парҙарына ғаилә бәхете, тыныслыҡ, иң мөһиме һаулыҡ теләп,бүләктәр тапшырып үтте.
Артабан кисәлә ҡатнашыусылар «Мәҡәлдең аҙағын әйт» исемле мәҡәлдәр әйтеше, «Башҡорт милли аштарҙы яҡшы беләһеңме» викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Ә инде ғаилә парҙарының парлашып йырлауҙары, шиғыр һөйләүҙәре,ғаилә вальсында әйләнеүҙәре кисәне тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Байрамда ҡатнашыусыларға китапханала үткәрелгән барлыҡ кисәләр ҙә иң әүҙем әҙәбиәт уҡыусылар 9-сы класс уҡыусыһы Илназ Байғабулов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың «Әсәйемдең әйткән һүҙҙәре», 11-се класс уҡыусыһы Миләүшә Узбәкова Рәсимә Ураҡсинаның «Ожмах еҫе» исемле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.
Китапханасы Банат Әхмәҙиева «Ғаилә – китап биттәрендә - Семья на страницах книг» исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып, тамашасыларҙы әҙәбиәт уҡырға саҡырҙы,шулай уҡ кисәгә килеүселәр «Фотоһүрәттәрҙә тарих», «Семья в обьективе» күргәҙмәһе менән танышып үтте.
Кисә аҙағында һәр ғаиләгә, тоғролоҡ, ныҡлы сәләмәтлек, именлек, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, ғаиләгеҙҙә һәр ваҡыт татыулыҡ, ырыҫ, һәм хөрмәт булһын тип китапханасы байрамды тамамланы.
Банат Әхмәҙиева,
Атингән ауылы китапханасыһы.