Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь , 08:51

«Лис» позывнойлы яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

   

«Лис» позывнойлы яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде
«Лис» позывнойлы яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Шишмә районынан «Лис» позывнойлы яугир «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Муниципалитет хакимиәте башлығы Ришат Мансуров хәбәр итеүенсә, ул Донбасты азат итеүҙә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн билдәләнгән.

«Лис» — элекке хәрби, беренсе һәм икенсе Карабах һуғышында ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Өйҙә уны ҡатыны һәм ике балаһы көтә. Башҡортостандан егеттәр күп, ти ул. Яраланғанын, иптәштәренең алты саҡрым һөйрәп барғанын һөйләне. Телевидениела яугирҙәрҙең бер-береһенә ярҙамға килеүе тураһында һөйләүҙәре дөрөҫ», — тип яҙған Ришат Мансуров үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостанда йәшәүселәр Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус операция биләмәһендә илебеҙҙе яҡлаған яҡташтарына ҡушыла ала. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл июль айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканан түләүҙең суммаһы 205 мең һумдан 505 мең һумға тиклем арттырылды. Өфөлә лә Оборона министрлығынан контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙең күләме 300 мең һумдан 400 мең һумғаса күтәрелде.

Шулай итеп, контрактҡа ҡул ҡуйғас, түләүҙең дөйөм суммаһы 3 миллион 850 мең һум була.

Башҡортостандан контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19, һайлап алыу пунктының (347) 248-29-31 һәм ҡыҙыу бәйләнештең 8-800-550-55-25 номерына шылтыратып бирергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт башбат.рф сайтында йәки телефон аша. 

Фото:Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровтың телеграм-каналы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: