Башҡортостанда ДОСААФ-тың төбәк бүлексәһе тәҡдиме менән башланған «Рекрут» программаһының эше тамамлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 августан 31 октябргә тиклем агитация эшен алып барған ирекмәндәргә бер тапҡыр 50 мең һум түләнә. Бөгөнгө көнгә ҡабул ителгән 1809 ғаризаның 1202-е буйынса түләү башҡарылған. Ҡалалар араһында – Өфө (384), райондарҙа Ишембай (384) беренсе урында тора, тип белдерҙеләр ойошмала.
«Рекрут» программаһында ҡатнашыу өсөн 18 йәше тулған ирекмән менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документтар тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә кәрәк. Контрактсы медицина комиссияһын үтеп, хеҙмәт итеү урынына киткәс, ирекмәнгә 50 мең аҡса күсерелә.
Барлыҡ һорауҙар менән Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефоны: 122 йәки (347) 218-19-19. Һайлап алыу пунктының номеры: (347) 248-29-31.