Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Һамар АТП-һынан тәжрибәле водитель Альберт Аҡҡужин менән осраштыҡ.
Альберт Ғәле улы өсөн иртә таңдан эш башлау ғәҙәти хәлгә әүерелгән. Иртәнге рейс алдынан автобусын ҡарарға ла өлгөрә. Ул үҙе Юлбарыҫ ауылында йәшәй.
--Эш көнөм иртәнге ете тулмаҫ элек башлана. Юлбарыҫ ауылынан рейсҡа сығам. Артабан Хворостянка, Быҙаулыҡ, Һамар, Бүребай, Садовый, Степной һәм Иләс ауылдары машруты буйынса пассажирҙар ташыйым. Киске етегә генә эш сәғәтем тамамлана,--тине Альберт Аҡҡужин.
Альберт Ғәле улы бөтә ғүмерен шофер һөнәренә арнаған. Мәктәпте тамамлағас, ДОСААФ аша водитель һөнәрен ала һәм әрме хеҙмәтендә лә руль артына ултыра.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ