Яңы Ергән ауылы янында Туғандар ҡәберлеге 1920-21 йылдарҙа барлыҡҡа килә.
Унда ошо ауыл кешеләре ерләнгән. Ололар һөйләүенсә, ул йылдар бик ҡоролоҡло булып, халыҡ аслыҡтан интегә, күптәр вафат була. Шулай итеп, йот йылында аслыҡтан һәләк булғандарҙы бер урында ерләйҙәр. Был ҡәберлекте Совет йылдарында Яңы Ергән мәктәбе пионерҙары тәрбиәләп тотһа, хәҙер инде ауыл халҡы унда өмәләр ойоштороп, тәртипкә килтерә.