Аҡъяр ауылынан Илнур һәм Рәсимә Исҡужиндар дүрт ҡыҙ һәм өс улға бәхетле атай һәм әсәй. Әйткәндәй, Илнур Ғәйнелхаҡ улы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Рәсимә Фәнил ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланған.
Ишле ғаиләнең ҡыуанысы ла ҙур. Улар быйыл Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ алыуға сертификат алдылар. Улар 2013 йылда, әле ғаиләлә өс бала булғанда, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт программаһына яҙылалар. Былтыр иһә документтарҙы яңыртып, уларҙы биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәр өсөн яңы исемлеккә индерәләр. Һәм, бына быйыл Исҡужиндарға бәхет йылмайҙы.
--Аҡъяр ауылынан иркен һәм матур, уңайлыҡтары булған бер өйҙө оҡшаттыҡ. Фотоһын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан иремә ебәрҙек. Ул да ҡарап, хупланы. Аҙаҡ отпускыға ҡайтҡанында был өйҙө һатып алдыҡ. Оҙаҡ көткән хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Ә һәр береһенең айырым бүлмәһе булған балаларҙың ҡыуанысын күрһәгеҙ ине,--тип һөйләне Рәсимә Фәнил ҡыҙы.
Махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡтағы Илнур Исҡужин менән телефон аша бәйләнешкә сыҡтыҡ. Мөмкинлектән файҙаланып, яугирҙы Атайҙар көнө менән ҡотланыҡ.
--Мин бәхетле атай! Әлбиттә, балаларымдың һау-сәләмәт, аҡыллы, маҡсатлы, үҙаллы һәм, иң мөһиме, иманлы булып үҫеүҙәрен теләйем. Уларҙың уҡыуҙарындағы уңыштарына, бәләкәй генә еңеүҙәренә сикһеҙ ҡыуанам. Киләсәктә улдарымдың тыныс тормошта әрме хеҙмәтен үтәүҙәрен дә теләр инем. Илебеҙҙе һаҡларға кәрәк, шуға һәр ир-егет Ватан алдындағы бурысын үтәргә тейеш, тип уйлайым. Минең, ете бала атаһының, бөгөн алғы һыҙыҡта булыуы ла аңлашылалыр. Сөнки мин балаларымдың һуғыш уты күрмәүҙәрен, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫеүен, һөнәр алып, бәхетле тормошта йәшәүҙәрен теләйем. Бөгөнгө көндә иң ҙур хыялым –һуғыш бөтөп, имен–һау ҡайтырға һәм ғаиләм менән осрашыу,--тине батыр яугир Илнур Исҡужин.
Исҡужиндарҙың өлкән ҡыҙҙары Эльвина И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенты. Инсаф 9-сы, Камила 6-сы, Мәҙинә 3-сө класс уҡыусыһы. Уларҙан ҡала Абдуррахманға 6, Сөләймәнгә 4 йәш. Иң бәләкәс Амалияға ике йәш тулған.
Илнур һәм Рәсимә Исҡужиндар иманлы, дини ғаилә. Ул һәм ҡыҙҙары ла ата-әсәнән өлгө алып, рухи яҡтан үҫешә. Эшһөйәр, ярҙамсыл ғаиләгә күҙ теймәһен. Ғаилә башлығының имен-һау ҡайтып, хыялдарын тормошҡа ашырып, яңы йортта ҡыуанып йәшәүҙәрен генә теләргә ҡала.