ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2024, 03:56

Айыҡ водителдәргә Аҡъюлда юл асыҡ

 Аҡъюл ауылында автоһәүәҫкәрҙәр үҙҙәренең белемдәрен теоретик һәм практик яҡтан һынап ҡаранылар

Айыҡ водителдәргә Аҡъюлда юл асыҡАйыҡ водителдәргә Аҡъюлда юл асыҡ
Айыҡ водителдәргә Аҡъюлда юл асыҡ

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Аҡъюл ауылы халҡы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән төрлө саралар үткәрә.

Конкурс сиктәрендә һәм етеп килгән автоһәүәҫкәрҙәр көнөнә ауыл хәкимиәте менән берлектә "Айыҡ водитель" исемле профилактик сара ойошторолдо. Төп маҡсат: иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү һәм аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелде.

Билдәләнгән урында техника тауыштары гөрләй. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы аҡъюлдар сараға бик ныҡлап әҙерләнгән. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары усаҡ яғып былау әҙерләй, сәй ҡайната. Сараны асып, Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Илнар Айҙар улы Игебаев автоһәүәҫкәрҙәрҙе етеп килгән Автомобилистар көнө менән ҡотланы, әүҙем ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Полиция участковыйы Вадим Ришат улы Нурғәлин да үҙ сиратында телмәр тотоп, ҡотлау һәм теләк һүҙҙәре белдерҙе. Ауыл фельдшеры Мөнирә Мәүлитдин ҡыҙы "Эскелек эҙемтәләре" темаһына сығыш яһаны һәм буклеттар таратты.

Автоһәүәҫкәрҙәр үҙҙәренең белемдәрен теоретик һәм практик яҡтан һынап ҡаранылар. Конкурс йомғаҡтары буйынса 1-се урын Ишемғолов Ильяс Иҙрис улына, 2 -се урын Ишемғолов Рәжәп Салауат улына һәм 3-сө урын Акилова Гөлнур Ғәле ҡыҙына бирелде. Автоһәүәҫкәрҙәргә ҡиммәтле бүләктәр һәм грамоталар тапшырылды.
Сара аҙағында аш-һыу өҫтәлендә йылы аралашыу, бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Был конкурс ауылда үткәрелгән иң сағыу һәм иң айыҡ байрамдарҙың береһенә әүерел­де.

Автор:Аҡъюл ауылы клубы
Читайте нас