ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2024, 11:42

Дәүләт Думаһында Башҡортостандан яугирҙың ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙеләр

    

Дәүләт Думаһында Башҡортостандан яугирҙың ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙеләрДәүләт Думаһында Башҡортостандан яугирҙың ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙеләр
Дәүләт Думаһында Башҡортостандан яугирҙың ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙеләр

Дәүләт Думаһында махсус операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе иҫкә алдылар. Депутаттар яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәрҙең ата-әсәләрен саҡырып, уларға Тыуған иле өсөн йәнен фиҙа ҡылған улдарының батырлығы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Парламент рәйесе Вячеслав Володин пленар ултырыш барышында улдарын Рәсәйҙең лайыҡлы гражданы, Ватанды һаҡлаусы итеп тәрбиәләгәндәре өсөн Дәүләт Думаһы миҙалдары менән бүләкләне. Бындай награда тәүге тапҡыр тапшырыла.

Улар араһында Башҡортостандың Бүздәк районынан танкист Максим Ядровтың ата-әсәһе — Лира һәм Андрей Ядровтар ҙа бар.  

«Һеҙ илебеҙҙең ысын граждандарын, батыр, ҡыйыу, Тыуған иленә тоғро, үҙ ерен ихлас яратҡан һәм тыныслыҡ, илебеҙ өсөн үҙ ғүмерен биргән егеттәр тәрбиәләгәнһегеҙ. Йылдар үтһә лә, беҙ уларҙы онотмаҫҡа, ата-әсәләре хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Улдарының бөйөк ил, уның киләсәге өсөн һәләк булғанын белһендәр. Һеҙгә рәхмәт белдерәм һәм алдығыҙҙа ихтирам менән баш эйәм», - тине Вячеслав Володин.

Максим Ядров Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған. Махсус хәрби операция башында алыштарҙың береһендә һәләк булған.

Лира Ядрова депутаттарға Максимдың класс етәксеһе улының мәктәпте тамамлағандан һуң яҙған хатын тапшырыуы хаҡында һөйләне. Сығарылыш уҡыусылары уны ун йыл үткәс кенә асырға тейеш.

«Миңә был хатты әле үк уҡырға тура килде. Унда Рәсәй тураһында ошондай юлдар бар: «Илебеҙҙең эске тулайым продукты алдынғы урынды биләй. Башҡа 255 илдең иҡтисады тулыһынса Рәсәйгә бәйле». Рәсәйгә улым уны нисек күҙ алдына килтергән, шундай булыуын теләйем, — тип мөрәжәғәт итте депутаттарға Лира Фән ҡыҙы. — Мин улым менән ғорурланам. Яугирҙәрҙе онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт».

Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында «Геройҙың атаһы» тигән фотокүргәҙмә асылды. Унда илебеҙҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың атайҙарының портреттары урын алған. Улар һәләк булған улдарының фотоларын, наградаларын, дипломдарын, шәхси әйберҙәрен тотоп төшкән.

Андрей Ядровтың ҡулында ла —  улының фотоһы, ә янында геройҙың Батырлыҡ, генерал Шайморатов ордендары. Башҡортостандан Дәүләт Думаһына фотокүргәҙмәгә Андрей Ядровтың ғына фотоһүрәте һайлап алынған. Фотоның авторы — Бүздәк районының йәштәр үҙәге хеҙмәткәре Диана Имашева. 

Фото:Дәүләт Думаһы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас