Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь , 13:31

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне

  

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне
Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне

 Рәсәй Президенты Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 17 октябрендәге «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланды.

Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Таһир Мостафин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.  

Учалы районының Кирәбе ауыл советы башлығы Александр Армизонов, Бишбүләк районының Айыт ауыл советы башлығы Рәсил Ғимазетдинов, Мишкә районының Уръяҙы ауыл советы башлығы Раик Заһитов, Ҡариҙел районының Магинск ауыл советы башлығы Андрей Киряков, Бүздәк районының Төрөш ауыл советы башлығы Рима Мусина, Краснокама районының Арлан ауыл советы башлығы Рәйсә Сатаева һәм Көйөргәҙе районының Бахмут ауыл советы башлығы Нурия Шәрипова «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәре менән бүләкләнде. 

Фото:кремлин.ру
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: