Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь , 16:57

Өлгөлө ололар миҫалында балалар тәрбиәләү мөһим

Атай менән әсәй бала өсөн пар ҡанат. Уның өсөн ошо яҡты донъя ла тап ата-әсәнән, улар ҡорған ғаилә - ҡәлғәнән башлана. Ә нисек ул ояны дауылдарға бирешмәҫлек итеп ҡорорға? Ныҡлы ғаиләнең нигеҙе нимәлә икән? 2-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы "а" класы уҡыусылары аҙнаһының тәүге дәресе ошо һорауҙарға яуап эҙләүҙән башлаған. Дәрескә осрашыуға районыбыҙҙың күренекле ғаиләһе- Миңнеғәлим Әхмәт улы һәм Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаевтар килгән.

Өлгөлө ололар миҫалында балалар тәрбиәләү мөһим
Өлгөлө ололар миҫалында балалар тәрбиәләү мөһим


- Ярты быуат иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп тормош юлынан бергә атлап килгән, утты-һыуҙы үткән, фани донъяның бар ауырлыҡтарын, шатлыҡтарын кисергән, йәшлек хистәрен һүрелтмәй һаҡлай алған, лайыҡлы балалар үҫтергән абруйлы ғаиләнең йәш быуынға әйткән һүҙҙәре, тәрән фекерҙәре, аҡыллы кәңәштәре алтынға бәрәбәр ине. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Миңнеғәлим Әхмәт улы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаевтар- һәр береһе үҙенең һөнәренә, тыуған еренә тоғро булып, оҙаҡ йылдар халҡына фиҙәҡар хеҙмәт иткән илһөйәр шәхестәр. Спорт менән шөғөлләнгән ғаилә башлығы, йортонда матурлыҡ тыуҙырған ҡатыны, балаларын да үҙ үрнәктәрендә тәрбиәләйҙәр. Уларҙың күңел матурлығы, яҡтылығы нурлы йөҙҙәрендә сағыла.


Балалар ҡунаҡтарҙы иғтибар менән тыңланылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Был ҡабатланмаҫ мәл дә уҡыусыларымдың күңелендә яҡты иҫтәлек булып һаҡланыр. Ә иң мөһиме - киләсәктә ныҡлы ғаилә ҡорор өсөн матур үрнәк, яҡшы өлгө, тормош һабағы, дөрөҫ йүнәлеш алдылар, - тип яҙа сараны ойошторған Ләйсән Йәнегетова.

Автор:Ләйсән Йәнйегетова, 2-се Аҡъяр мәктәбе
Читайте нас: