Йәнтеш ауылында зыяратты кәртәләү эштәре башланды.
Изге урын һаналған зыяраттарыбыҙҙы тәрбиәләп тотоу иҫән-һау булған һәр беребеҙҙең намыҫ эше булып тора.
Беҙ ҙә, Йәнтеш ауылы халҡы, йыйылышып, ауылыбыҙҙың зыяратын заманса материалдар менән уратып кәртәләп алырға күптән уйлаштыҡ. Ошо эшкә һәр йорт бер мең аҡса йыйҙы. Ситтә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылып, кемдең күпме мөмкинлеге бар, аҡса күсерҙе.
Ауылдың актив ир-егеттәре бағана ултыртып сыҡтылар, йәбештереү эштәре алып баралар. Ҡатын- ҡыҙҙар ҡара буяҡҡа буяйҙар.
Изге эшкә бергәләп тотонайыҡ! Халыҡ тың әүҙем ҡатнашлығында ғына бар уй-теләктәрҙе бойомға ашырырға мөмкин.