Ҡаҙ үҫтереп ҡараған кеше белә, бәләкәс бәпкәләрҙе имен үҫтереү өсөн айырым хәстәрлек, тырышлыҡ кәрәк. Баҡал ауылынан Әлмирә һәм Ринат Байғәлимовтар быйыл 50 баш ҡаҙ үҫтергән.
Ауыл уңғандары был ғаилә бюджетын тулыландырыу өсөн отошло алым тип иҫәпләй. Ҡаҙ ите элек-электән юғары баһалана, сөнки унда холестерин юҡ, витаминдар һәм минералдарға бай. Ә ҡаҙ майы организмдан токсиндар сығара, яра һәм янған урындарҙы дауалай, пневмония һәм һыуыҡ тейгәндә лә ҡулланыла. Ҡаҙ мамығынан яҫтыҡ һәм юрғандар эшләйҙәр.
Байғәлимовтар үҙ хужалығында мал-тыуар тоталар, ҡаҙҙан тыш, тауыҡ һәм бройлер үҫтерәләр. Йәйгеһен уларға алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары—ике ҡыҙы, улы һәм 5 ейән-ейәнсәрҙәре ярҙамға килә. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Гөлназ ғаиләһе менән Төркиәлә йәшәй, икенсе ҡыҙы Гөлиә ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында төпләнгән. Улдары Ғайсар әрме хеҙмәтен тултырып, эшләп йөрөй.
Бына ошондай йәштәргә өлгө булырлыҡ уңған ғаилә йәшәй Баҡал ауылында.
#ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #Хайбуллинский
БаКаЛоВсКиЕ