Баҡал ауылы уҡытыусыһы Хәлиҙә Самат ҡыҙы электән сәскәселек менән мауыға. Уның ихатаһында һәм өйөндә ниндәй генә гөл-сәскәләр юҡ! Уның баҡсаһында роза, лилиә, миләүшә, яран гөлдәре һәм башҡа бихисап сәскәләр күҙҙең яуын ала.
Хәлиҙә Ғәлиастанова сәскә орлоҡтары һәм үҫентеләрен күрше-тирә һәм таныштарына башҡа сәскәләргә алмаштыра. Шулай итеп, үҙенсәлекле сәскә яратыусылар клубы бар тиһәң дә була. Уның был матур шөғөлө төрлө кешеләрҙе берләштерә, сөнки хәҙер сәскә үҫтерергә теләүселәр бик күп.