Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеү, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур. Консерва банкаһы, ҡатырға, парафин ярҙамында окоп шәмдәрен яһап ебәреүселәр арабыҙҙа байтаҡ.
Маҡан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары клубҡа йыйылып, бергәләшеп окоп шәмдәре әҙерләне. "Өфө ауылында окоп шәмдәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенән һуң активистарыбыҙ ҙа, окоп шәмдәре эшләп ҡарарға кәрәк, тип янып китте. Битараф булмаған ауылдаштарҙан аҡса йыйғас, 22,5 кг парафин һәм 75 дана консерва һатып алдыҡ. Һәм бына, һатып алынған материалдарҙан беҙҙең ирекмәндәр тәүге окоп шәмдәрен яһаны. Активистарыбыҙға килеүҙәре, ярҙам итеүҙәре һәм быны эшләүҙәре өсөн ҙур рәхмәт" - ти маҡандар.