Хворостянка ауылынан Марат һәм Зөлхизә Такаевтар 47 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле улар 5 ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй һәм ҡартатай. Эшһөйәр ғаилә баҡсаһында төрлө емеш-йәшелсә, ихаталарында аллы-гөллө сәскәләр үҫтерә, ҡош-ҡорт тота, бәшмәк йыя. Бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып тик ултырмайҙар, әүҙем тормош алып баралар.
-Икебеҙҙә хаҡлы ялдабыҙ. Күркә, ҡаҙ-өйрәк, бройлер үҫтерәбеҙ. Баҡсала бергәләп эшләйбеҙ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр бит. Сәләмәтлек өсөн файҙалы ул. Ҡый үҫмәһен тип, баҡсала бер буш урын ҡалдырмайым. Һуғандың да төрлөһөн үҫтерәм. Ҡыш буйына етәрлек емеш-йәшелсә әҙерләп алабыҙ. Салаттар ҙа эшләйем, күбеһен тоҙлап алам. Балаларыма ла бирәм. Быйыл даими ямғыр яуғас, уңыш мул. Уның араһында йөн иләйем, бәйләйем, - ти эшһөйәр Зөлхизә Мөхәмәтша ҡыҙы.
Уңған ғаилә быйыл "Ветеран ихатаһы" район конкурсында ҡатнашып, Рәхмәт хатына лайыҡ булды.