ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2024, 16:55

Яугирҙарға - өй һалмаһы

Атингән ауылы уңғандары  "Беҙ бергә" патриотик акцияһында ҡатнаша

Яугирҙарға - өй һалмаһыЯугирҙарға - өй һалмаһы
Яугирҙарға - өй һалмаһы

"Айыҡ ауыл-2024" республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә уҙған "Беҙ бергә" патриотик акцияһынан Атингән ауылы халҡы ситтә ҡалмай һәм МХО-ла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтә.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл активистары  өйҙән он һәм иллеләгән йомортҡа алып килеп эшкә тотонғандар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡамыр баҫып, йәйеп-турап, бишбармаҡ әҙерләүгә өй һалмаһы әҙерләгән. Ныҡлап киптергәндән һуң, уны шыптырҙарға тултыралар. Хәҙер һөйөү менән әҙерләнгән продукт алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар конвой менән юллана. Өй һалмаһы яугирҙарға тыуған яҡтарын, атай йортон һәм әсәйҙең йылы ҡулдарын иҫкә төшөрөсәк. Был изге эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!

Яугирҙарға - өй һалмаһы
Яугирҙарға - өй һалмаһы
Яугирҙарға - өй һалмаһы
Яугирҙарға - өй һалмаһы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас