Оло Әбеш ауылында ял һәм спорт майҙансығы сафҡа индерелде. Объект ауыл халҡының "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңгән аҡсаларына тормошҡа ашырылды. Заманса майҙансыҡта балаларҙың да, йәштәрҙең дә, ололарҙың да ял минуттарын файҙалы һәм күңелле уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Урам сәхнәһе төрлө саралар уҙғарыуға, бығаса урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә алынған урам тренажерҙарының да был территорияла урынлаштырылыуы бер урында балаларға ла, уларҙың ата-әсәләренә лә бергәләп ял итеүгә, шөғөлләнеүгә мөмкинлек бирә. Ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан яңы майҙансыҡ былай ҙа матур булған Әбеш ауылын тағы ла йәмләп оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, ауылда балаларҙың шат тауыштары һәр ваҡыт яңғырап торһон!