Коридорҙа эш ҡайнай, "Хәйбулла. Тыуған тыл" төркөмө ирекмәндәре ашығыс рәүештә ҡумталарҙы йыйып, посылкаларҙы һаҡсыл итеп һалып, Херсон өлкәһендә хеҙмәт иткән танкист яугирҙарыбыҙға оҙатты.
Был юлы дарыуҙар, маскировка селтәрҙәре, салат-тоҙламалар, ҡайнатмалар, шифалы үлән сәйҙәре, кәнфиттәр, быҡтырылған ит, картуф, шулай уҡ көрәк һаптары, төҙөлөш материалдары һәм буржуйка мейесе ебәрелде.
фото:Рәшиҙә Солтанова